Төньяҡ утрау (Яңы Зеландия)

Төньяҡ утрау (ингл. North Island, маори Te Ika-a-Māui) — Яңы Зеландияның ике төп утрауының береһе.

География

undefined

Майҙаны — 113 729 км²[1]. Ҙурлығы буйынса Яңы Зеландияла Көньяҡ утрауҙан һуң 2-се, ә донъяла — 14-се урында.

Көньяҡ утрау менән Кук боғаҙы аша айырыла.

Көньяҡ утрауменән сағыштырғанда Төньяҡ утрау тауҙар менән байтаҡҡа күберәк ҡапланған. Иң бейек нөктәһе — әүҙем вулкан Руапеху (2797 м). Утрауҙа юғары вулканик әүҙемлек күҙәтелә, ер тетрәүҙәр булып тора.

Утрауҙың үҙәгендә Яңы Зеландияның иң ҙур күле — Таупо урынлашҡан. Ошо күлдән илдең иң оҙон йылғаһы Уаикато башлана, уның оҙонлоғо 425 км тәшкил итә.

Уртаса йыллыҡ температура +19 °C тәшкил итә.

Төньяҡ утрауҙың көнбайышында Эгмонт милли паркы урынлашҡан.

Халҡы

Утрауҙа илдең төп ҡалалары, шул иҫәптән иң ҙурҙары — Окленд һәм Яңы Зеландияның баш ҡалаһы — Веллингтон урынлашҡан. 2011 йылғы йәниҫәп мәғлүмәттәренә ярашлы Төньяҡ утрауҙа 3366100 кеше йәшәй, был ил халҡының яҡынса 76 %-ын тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр

  1. Quick Facts - Land and Environment : Geography - Physical Features. Statistics New Zealand (2000). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2012. Архивировано 14 октябрь 2012 года. 2013 йылдың 8 апрель көнөндә архивланған.

Һылтанмалар