Төхвәтуллина Ғәлиә Рәхимҡол ҡыҙы
Төхвәтуллина Ғәлиә Рәхимҡол ҡыҙы (25.10. 1935-7.08. 2024) — XXI партсъезд исемендәге колхозының Башташ һөт-тауар фермаһының алдынғы һауынсыһы, «Почёт билдәһе» ордены кавалеры[1].
Биографияһы
Ғәлиә Вәлиева Ленин ордены кавалеры, билдәле уҡытыусы Вәлиев Рәхимҡолдоң күп балалы ғаиләһендә 1935 йылдың 25 октябрендә донъяға килгән.
Ҡалмаҡол ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
1952—1990 йылдарҙа колхоздағы миҙгелле эштәрҙә: баҫыу, келәттә төрлө эштәр башҡара.
1968 йылдан һауынсы булып эшләй башлай.
XXI партсъезд исемендәге колхоздың 3-сө бригадаһы, Башташ МТФ-һының алдынғы һауынсыһы.
Хеҙмәтендәге юғары күрһәткестәре, социалистик йөкләмәләрен арттырып үтәгәне өсөн, колхоз идараһының тиҫтәләгән почёт грамоталары менән, 1980 йылда Почётлы Ленин Грамотаһы менән бүләкләнгән.
1981 — Салауат районының йыл чемпион һауынсыһы,
1981 йылдың 10 мартында «Почёт билдәһе» орденына лайыҡ булды. Дәүләткә малсылыҡ продукттарын етештереү һәм һатыуҙы, мал һәм ҡош-ҡорт башын, малсылыҡтың продуктивлығын арттырғаны өсөн, 1976, 1982, 1983 һәм 1985 йылдарҙағы БАССР республика социалистик ярыш еңеүсеһе тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды[2].
1982 — Салауат районы һауынсылары араһында йыл чемпионы исеме бирелә.
1983 — Салауат районының 1983 йылғы «Почёт кенәгәһе»нә индерелә.
Ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Коммунистик хеҙмәт ударнигы. Хеҙмәт ветераны.
«Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы» юбилей миҙалы менән бүләкләнә.
Үҙенең егәрлелеге һәм кешеләр менән ыңғай мөнәсәбәттәр урынлаштыра белгәне өсөн ауылдаштарының ихтирамын ҡаҙана[3].
Ғаиләһе
Атаһы — Рәхимҡол Вәлиев — уҡытыусы, Ленин ордены кавалеры, Лаҡлы ауылыныҡы. Ике ҡатыны булған. Ғәлиә икенсе ҡатыны Ғәмбәрәнән тыуған. Ағалары — Мисбах, Рәфҡәт, апалары — Рәһбәр, Мәрйәм, Энже, һеңлеһе — Люциә. Рәхимҡол Вәлиевтең өлкән ҡатынынан тыуған ҡыҙҙары Мәүфәрә менән Нәзирә Ҡалмаҡол урта мәктәбе уҡытыусылары ине.
Ғәлиә Рәхимҡол ҡыҙы ире Миңдулла Сәмиғулла улы менән биш бала (Әлфиә, Рәжәп, Илшат, Рәмилә, Иршат) тәрбиәләп үҫтерҙе, белем бирҙе[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Почётлы Ленин грамотаһы (1980)
- «Почёт Билдәһе» ордены (10.03.1981)
- БАССР Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы
- «Унынысы биш йыллыҡ ударнигы» билдәһе (1985)
- «Социалистик ярышта еңеүсе» билдәһе (1976, 1982, 1983, 1985)
- «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы» юбилей миҙалы[5]
Сығанаҡтар
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан. — Уфа: АКИРУС—АНО ЦЭКИТ, 2024. — 800 с. ISBN 978-5-6049650-1-6
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ * Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан. — Уфа: АКИРУС—АНО ЦЭКИТ, 2024. — 800 с. ISBN 978-5-6049650-1-6
- ↑ ⚡ЭНЦИКЛОПЕДИЯ САЛАВАТСКОГО РАЙОНА
- ↑ Тухватуллиной Галие Рахимкуловне на днях исполнилось 85 лет. 18 августа 2021 г.
- ↑ Тухватуллиной Галие Рахимкуловне на днях исполнилось 85 лет. 18 августа 2021 г.
- ↑ ⚡ЭНЦИКЛОПЕДИЯ САЛАВАТСКОГО РАЙОНА