Улла Лөвен

Улла Лөвен (швед. Ulla Margareta Löfvén; 29 май 1951 йыл, Швеция, Сёдерманланд, Катриненхольм, Стора-Мальм) — швед сәйәсмәне, Социал-демократик партияһы ағзаһы, Швеция премьер-министры Стефан Лөвендың ҡатыны.

Биографияһы

Улла Маргарета Лөвен 1951 йылдың 29 майында Седерманланд лены Катриненхольм коммунаһының Стора-Мальмда тыуған[1][2]. 1992 йылда Улла, ике бала әсәһе һәм кейәүҙә булараҡ, «Hägglunds & Söner» " компанияһы профсоюзының урындағы бүлексә вәкиле булып эшләгән сағында, иретеп йәбештереүсе Стефан Лөвен менән таныша[3][4]. Бер аҙҙан ул ире менән айырылыша һәм 2003 йылдың ноябрендә Лөвенгә кейәүгә сыға[5]. Уларҙың балалары юҡ, йорт эштәрен тигеҙ башҡаралар, ә Лөвен Улланы «бөтә ғүмеремдең мөхәббәте» тип йөрөтә[6]. Бер нисә йыл дауамында Улла Стокгольм муниципалитетында хеҙмәт итә[7]. 2012 йылдың ғинуарына, йәғни Лөвен Социал-демократик партияның рәйесе итеп һайланға тиклем, Улла Стокгольмда «S» партия районы администрацияһында һәм партия секретары Карин Йёмтиндың ярҙамсыһы булып эшләй[8], сиркәү менән бәйләнеш өсөн яуаплы була[9][10].

Иҫкәрмәләр

  1. Ulla Margareta Löfvén. Ratsit.se. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2014.
  2. Sveriges befolkning 1970, CD-ROM, Sveriges Släktforskarförbund 2002
  3. Stefan Löfven talar ut om sin kärlek till Ulla. Expressen (16 июнь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2014.
  4. Fra bortadopteret svejser til statsminister. Kristeligt Dagblad (15 сентябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2014.
  5. Löfven blev kär i en gift kvinna. Aftonbladet (16 июнь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2014.
  6. Stefan Löfven: "Hon är mitt livs kärlek". Expressen (27 декабрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2014.
  7. Stefan och Ulla Löfven. Petterssonsblogg.se (29 ғинуар 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2014.
  8. Stefan Löfven avslöjar frun Ullas jobb-byte. Expressen (8 март 0212). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2014.
  9. Nyheter: ”Viktigt med S i kyrkovalet”. Tro och Politik (19 ноябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2014. 2014 йылдың 6 октябрь көнөндә архивланған.
  10. Partiledaren Stefan Löfvén kan få sossarna på fast mark. Passagen (27 ғинуар 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2014. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.