Унтер-әфисәр (әкиәт)
Унтер-әфисәр (рус. Унтер-офицер (башкирская сказка)) — башҡорт халҡының тылсымлы әкиәте. Әкиәттә бер ҡыҙҙың хәйләһенә алданып, тылсымлы әйберҙәренән яҙған унтер-әфисәрҙең уларҙы кире ҡайтарыуы тураһында һөйләнелә. Әкиәттең сюжеты Аарне — Томпсон күрһәткесендәге АТ 566 («Мөгөҙҙәр») тибына ҡарай. Тылсымлы әйберҙәрҙе ябай әйберҙәргә алмаштырыу эпизодтары өлөшләтә АТ 563 («Тылсымлы бүләктәр») сюжет тибына ла тап килә[1].
Йөкмәткеһе
«Унтер-әфисәр» әкиәтендә өс һалдат хеҙмәтте ташлап, юлға сыҡҡан. Улар бер утарҙа йәшәгән ҡарт менән ҡарсыҡҡа һәм уларҙың өс ҡыҙы йәшгән өйҙә ҡунаҡ булған. Унтер-әфисәр ҡарттың бөтә аҡсаһын кәрт уйынында (рус.)баш. отҡан, әммә иртәгәһенә өлкән ҡыҙ аҡсаны кире отҡан. Китер алдынан ҡыҙҙар һалдаттарға шинель, янсыҡ һәм таяҡ бүләк иткән. Һуңынан был әйберҙәрҙең тылсымлы булыуы асыҡланған: шинель кешене күренмәҫ итә, янсыҡтан аҡса ҡойола, ә таяҡты болғағанда һалдаттар пәйҙә була икән.
Бер ҡалаға килеп еткәс, унтер-әфисәр ике юлдашын юғалҡан. Ул өс тылсымлы әйберҙе лә үҙе менән алып иптәштәрен эҙләргә сыҡҡан. Ҡалала осраған бер ҡыҙ уның менән кәрт уйнаған. Ҡыҙ башта янсыҡты, унан шинелде шундай уҡ ябай әйберҙәргә алмаштырып алған. Һуңынан унтер-офицерҙан таяғын һорап алған. Таяҡты болғағас һалдаттар пәйҙә булған. Ҡыҙ һалдаттарға егетте ҡыуып сығарырға бойорған.
Яңғыҙ ҡалған унтер-әфисәр бер баҡсала ике төрлө тылсымлы алма табҡан: береһен ашаған кеше кәзәгә әйләнә, икенсеһе уны кире кеше ҡиәфәтенә ҡайтара икән. Ул тәүге төр алманы үҙен алдаған ҡыҙға һатҡан. Ҡыҙ кәзәгә әйләнгәс, унтер-әфисәр уны дауалар алған. Бының өсөн шинелде, янсыҡты, таяҡты килтереүҙәрен талап иткән. Әйберҙәрен кире алғас, ҡыҙға икенсе алманы ашатып, уны кеше ҡиәфәтенә ҡайтарған. Әкиәт уларҙың өйләнешеүе менән тамамланған[1].
Яҙып алыныуы һәм баҫылыуы
Әкиәтте фольклорсы Д. К. Зеленин Екатеринбург өйәҙенең Ҡарабол улусы Алабуға ауылында (рус.)баш. йәшәүсе 35 йәшлек Марҙан Мөхәмәтовтан урыҫ телендә яҙып алған. «Рога» исеме менән ул тәүге тапҡыр Зелениның «Великорусские сказки Пермской губернии. С приложением двенадцати башкирских сказок и одной мещерякской» йыйынтығында 1914 йылда, 99-сы һан аҫтында баҫылған[2].
Ә. И. Харисов әкиәтте урыҫса яҙманан башҡортсаға кире тәржемә иткән. Башҡортса текст 1959 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» баҫмаһының икенсе томында 117-119 биттәрҙә баҫылған (Башҡорт халыҡ ижады. 2-се том / Төҙөүсе редакторы, инеш мәҡәлә яҙыусы һәм аңлатмалар биреүсе Ә.И. Харисов. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1959. 282 б.)[1][3]. 1989 йылда рус телендәге баҫмала әкиәт 230-сы биттә, аңлатмаһы 473-сө биттә нәшер ителгән (Башкирское народное творчество. Волшебные сказки. Сказки о животных. / Сост. Н.Т. Зарипов. Вступ. ст., коммент. Л.Г. Барага и Н.Т. Зарипова. Уфа, 1989. 510 с)[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Төҙөүселәре М. Х. Минһажетдинов һәм Ә. И. Харисов. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 2-се китап. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. — С. 196, 344.
- ↑ Зеленин Д. К. Великорусские сказки Пермской губернии: с приложением двенадцати башкирских сказок и одной мещерякской. — М: Правда, 1991. — Т. 41. — С. 447, 538. — (Записки Императорского Русского географического общества по Отделению этнографии).
- ↑ «Башҡорт халыҡ ижады», башҡ. фольклоры баҫмаһы. Башҡортостан энциклопедияһы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2026.
- ↑ Составитель Н. Т. Зарипов. Башкирское народное творчество. Волшебные сказки. Сказки о животных. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1989. — С. 230, 473.