Урал батыр (комикс)

Урал батыр — башҡорт халҡының ауыҙ-тел ҡомартҡыһы, кешелектең бөтә донъя мираҫы тигән юғары исем менән атап йөрөтөүгә лайыҡ «Урал батыр» эпосы[1] мотивтары буйынса ижад ителгән комикс[2].

Тарихы

2023 йылдың көҙ айҙарында республика киң мәғлүмәт саралары йәмәғәтселеккә, «Урал батыр» ҡобайыры эстәлегенә таянып, заманса комикс жанры рухында баҫылған әҫәр тураһында хәбәр итте. Комикстың авторҙары «Медвед» комикс-студия рәссамдары Айҙар Сәйғафаров менән Таңсулпан Бураҡаева[3].

Комикс жанры балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә «Урал батыр» эпосын төп нөсхәлә уҡыу теләген тыуҙыра[4].

Ҡобайырҙың төп йөкмәткеһен аңлатыу

Донъяны заман йоғонтоһонда танып белгән йәш быуыныбыҙға яңы идеялар, креатив алымдар яҡын.

Был комикста ҡобайырыбыҙҙың төп идеяһы һәм темаһы үҙ көсөндә ҡала — уҡыусыға башҡорт халҡының төп асылын, генетик кодын — рух азатлығын, ватансыллыҡ сифатын еткерә, халҡыбыҙҙың тәбиғәткә үрелеп, уны һаҡлап йәшәү ынтылышын сағылдыра[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ