Урал дәүләт урман-техник университеты

Урал дәүләт урман-техник университеты (Урал дәүләт урман-техник университеты) — Рәсәйҙең урман-техник белем биреү системаһында алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе, Урал-Себер төбәгенең урман-техник йүнәлештә белем биреүсе берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Университет юғары сифатлы белгестәр әҙерләүе менән дан тота. УДУТУ иҡтисадтың урман секторы предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениелары өсөн бакалавр, магистрҙар һәм иҡтисади һәм гуманитар йүнәлештәр, тирә-йүндәге мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын һәм автомобиль-юл комплексын рациональ файҙаланыу буйынса белгестәр әҙерләй. Урал дәүләт урман-техник университеты Урал федераль округының сәнәғәт, фәнни һәм мәҙәни үҙәге Екатеринбургта урынлашҡан.

Урал дәүләт урман-техник университеты тураһында

Тарихы

Урал дәүләт урман техник университеты (УГЛТА) — Екатеринбургта урынлашҡан дәүләт юғары уҡыу йорто. Уға нигеҙ 1930 йылда Урал политехник институтының урман-техник факультеты базаһында һалына[3]. 1930 йылдың 5 майы университеттың асылған көнө тип билдәләнелә (СССР Юғары Халыҡ Хужалығы советы бойороғо). 199З йылда Урал дәүләт урман-техник академия, ә 2001 йылда Университет тип үҙгәртелә..

Юғары уҡыу йорто үҙ тарихында 56 000-дән ашыу белгес әҙерләп сығара. Фәнни һәм уҡытыу эшендә, студенттар хеҙмәтен, көнкүрешен һәм ялын ойоштороуҙағы күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 1978 йылда юғары уҡыу йортона Ленин комсомолы исемендәге исемендәге маҡтаулы исем бирелә, ә 1980 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Университет бөгөн

Хәҙер университетта 8000-дән ашыу студент (шуларҙың 3500-е көндөҙгө бүлектә) 28 йүнәлеш буйынса белем ала[4]. Университеттың үҙенең технопаркы бар, автомәктәбе[5], шифахана-профилакторийы[6] бар.

Университет кампусы

Төп бина УЛК № 1 (ГУК)

Үҙәк өлөшө 4 ҡаттан тора. Унда ректорат, башҡа дөйөм университет хеҙмәттәре һәм ойошмалары, бухгалтерия, дөйөм бүлек, кадрҙар бүлеге, ИЭУ деканаты, МТД деканаты, ЗФ деканаты, ГФ деканаты, ДиДО деканаты, ҡабул итеү комиссияһы, студенттар профкомы, буфет, ксерокс, кофе автоматы, банкомат урынлашҡан.

Серов исемендәге студенттар ҡаласығы

Инфраструктураһы киң үҫешкән комплекс, унда студенттарға йәшәү һәм ял итеү өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған. Ҡаласыҡ биләмәһендә 7 ятаҡ, 7 уҡыу корпусы, санаторий-профилакторийы, Спорт һарайы, ашхана, кафе, магазиндар, туҡталыш урындары бар. Территория һаҡ хеҙмәт тарафынан һаҡлана.

Факультеттар, кафедралар һәм институттар

Урман һәм тәбиғәттән файҙаланыу институты

Институт 1941 йылдың 12 авгусында Урал урман-техник институтының урман хужалығы факультеты (ЛХФ) булараҡ ойошторола. Ректорҙың 2013 йылдың 1 апрелендәге 56-сы бойороғо нигеҙендә урман хужалығы факультеты урман һәм тәбиғәттән файҙаланыу институтына үҙгәртелә.[7]

  • Урманды таксалау (ағастар иҫәбен алыу) һәм урман тәрбиәләү эше кафедраһы
  • Экология, тәбиғәттән файҙаланыу һәм урман һаҡлау кафедраһы
  • Урман культуралары һәм биофизика кафедраһы
  • Урмансылыҡ кафедраһы (1941 й.[8])
  • Ландшафт төҙөлөшө кафедраһы
  • Ер төҙөлөшө һәм кадастр кафедраһы

Урман-сәнәғәт бизнесы һәм юл төҙөлөшө институты (ИЛБИДС)

Институт ректорҙың 2013 йылдың 1 апрелендәге 56-А бойороға нигеҙендә Урман-инженер факультетын (ЛИФ) һәм ағас механик-технологияһы факультеты (МТД)[9]

  • Производство процестарын автоматлаштырыу кафедраһы (АПП) (1969 й. нигеҙләнгән[10])
  • Транспорт һәм юл төҙөлөшө кафедраһы (Т һәм ДС) (1932 й. нигеҙләнгән[11])
  • Урман-сәнәғәт производствоһы технологиялары һәм Кафедра лесопромышленный технологиялар һәм ҡорамалдары (Т һәм ОЛП) (1932 й. ағас әҙерләүҙе механизациялау кафедраһы булараҡ асыла.[12])
  • Ағасты механик эшкәртеү кафедраһы (МОДА)
  • Целлюлоза-ҡағыҙ етештереү производствоһын техник яҡтан механикалаштырыу һәм ҡорамалдар кафедраһы (ТМ һәм ОЦБП)
  • Ағас эшкәртеү буйынса инновацион технологиялар һәм ҡорамалдар кафедраһы (ИТОД)
  • Менеджмент һәм сифатҡа идара итеү кафедраһы (МиУК)
  • Хеҙмәт һағы кафедраһы (БАШ)

Автомобиль транспорты һәм технологик системалар институты (ИАТТС)

Институт 1954 йылда урман-механика факультеты булараҡ ойошторола (ЛМФ), институт ректорҙың 2012 йылдың 20 февралендәге 47-А бойороғо менән институтҡа үҙгәртелә[13]

Химия-технология институты (ХТИ)

1930 йылдың майында Урал урман-техник институтының Химия-технология факультеты булараҡ асыла, 1997 йылда ректорҙың № 139-ә 05.07.2013 й. бойороғо менән Инженер-экология факультеты тип үҙгәртелә. Инженер-экология факультеты Үҫемлек сеймалын химик эшкәртеү һәм сәнәғәт экологияһы институты итеп үҙгәртелә.[14]

Иҡтисад һәм идара итеү институты

Туризм һәм сервис факультеты

Урал урман-техник колледжы

Профессиональ белем биреү институты

Мәғарифты үҫтереү институты

Ситтән тороп уҡыу факультеты

Башҡа ҡалаларҙағы вәкиллектәре

  • С. С. Набойченко. История высшей школы Свердловской области. — Екатеринбург: Издательство АМБ, 2013. — С. 108—116. — 880 с. — ISBN 978-5-8057-0850-4.

Университет составына Северка ҡасабаһындағы офисы менәнУрал уҡытыу-тәжрибә урман хужалығы инә. Урман хужалығының территорияһы — Екатеринбург ҡалаһы эргәһендәге 29 меңдән ашыу гектар ер.

Ректорҙар

Иҫкәрмәләр

  1. GRID Release 2017-05-22 — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый государственный реестр юридических лиц
  3. Уральский лесотехнический институт в лесной энциклопедии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июль 2009.
  4. Официальный сайт приемной комиссии УГЛТУ | Приемная комиссия УГЛТУ 2018 йылдың 5 май көнөндә архивланған.
  5. Автошкола УГЛТУ
  6. Санаторий-профилакторий УГЛТУ — Первичная профсоюзная организация студентов и аспирантов УГЛТУ 2020 йылдың 13 июль көнөндә архивланған.
  7. Положение об институте леса и природопользования. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2018. Архивировано 29 апрель 2018 года. 2018 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.
  8. Положение о кафедре. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2018. Архивировано 29 апрель 2018 года. 2018 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.
  9. Положение об институте ИЛБИДС. 2018 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.
  10. Положение о кафедре АПП. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2018. Архивировано 29 апрель 2018 года. 2018 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.
  11. Положение о кафедре. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2018. Архивировано 29 апрель 2018 года. 2018 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.
  12. Положение о кафедре. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2018. Архивировано 29 апрель 2018 года. 2018 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.
  13. Положение об институте автомобильного транспорта и технологических систем Архивная копия от 29 апрель 2018 на Wayback Machine
  14. Положение об институте. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2018. Архивировано 29 апрель 2018 года. 2018 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар