Урал (исем)

Викидата элементы юҡ

Урал — башҡорт ир-ат исеме[1] .

Этимология

Урал исеме тауҙары һәм билмәһе менән бәйле[2]. Һүҙҙең этимологияһы тел ғалимдарының,тарихсыларҙың һәм география буйынса белгестәрҙең иғтибарын күп тапҡыр йәлеп иткән, ләкин әлегә тиклем уға аныҡ ҡына аңлата бирелмәгән. Лингвист, топонимия белгесе, шулай уҡ этимология һәм ономастика менән шөғөлләнгән ғалим А. К. Матвеев Урал "билбау"мәғәнәһендә тигән гипотезаны кире ҡаға. Урал тау тәүҙә Арал тау йөрөтөлөүен, ошо уҡ фекерҙе Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев та яҡлағанын күрһәткән. Арал һүҙенең утрау мәғәнәһен аңлатҡанын иҫбатлаған. Урал тауҙары артыҡ бейек түгел, түбәһе яҫы йәки утраулы (аралы)- Арал диңгеҙе,Арал тау. Аралдың Уралға әйләнеүен башҡорт телендә «уралыу» ҡаҙаҡса «оралыу» һүҙҙәре менән бәйләү вариантын да ҡарай, шулай уҡ «о» өнө «у» күсеүе урыҫ теленең йоғонтоһо булыуы ихтималын да фаразлаған[3]

Билдәле кешеләр

Фамилия

  • Уралбаев Радий Рәүф-Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты,Баймаҡ районы 164 -се Таналыҡ һайлау округынан[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. — 224 бит.
  2. Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған.. — Өфө, 2006.
  3. А. К. Матвеев "О происхождении названия "Урал"lar.urfu.ru›bitstream/10995/46229/1/viu-1961-0
  4. Видные архитекторы Башкортостана:Урал Ураксин(к 65-летию) Уфа,25 август 2016 г./ИА «Башинформ» Владимир Романов
  5. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге