Ураҙмәтов Илнур Фәүғәт улы
Ураҙмәтов Илнур Фәүғәт улы (14 декабрь 1965 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Эшҡыуар. Почётлы сауҙа хеҙмәткәре. «Шишмә М-5» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры (2013 йылдан). Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1].
Биографияһы
Илнур Фәүғәт улы Ураҙмәтов 1965 йылдың 14 декабрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Ҡалмаш ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Совет Армияһы сафында изге бурысын үтәй. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда Шишмә районының «Смычка» совхозында водитель булып башлай. Юғары белемде Башҡортостан ауыл хужалығы институтында ала (1991).
1992—2001 йылдарҙа Шишмә районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең сауҙа предприятиеһы директоры булып эшләй. В 2001—2018 йылдарҙа «Чишминское» фирма магазины асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары, һуңғараҡ директоры була. «Шишмә һыуытыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директор урынбаҫары булып эшләп ала. 2013 йылдан «Шишмә М-5» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Ғаиләһе
Тормош иптәше менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының Почёт грамотаһы
• Почётлы сауҙа хеҙмәткәре[1].