Фитрәт (ислам)

Фитрат, фитрәт (ғәр. فِطْرة‎; рус. Фитра) — исламда кешенең тыумыштан бирелгән асылы, тәбиғәте; кешенең иң юғары мөмкинлектәре. Нәфсегә — кеше тәбиғәтендәге хайуани сифатҡа — ҡаршы ҡуйыла. Үҙ фитратына өлгәшкән кешегә суфыйлыҡта, мәҫәлән, «инсан әл-камил», йәғни камил инсан тигән исем бирелә.

Хәҙистә

«Һәр кем үҙенең тәбиғи хәлендә (фитрат) тыуа, шунан һуң ғына ата-әсәһе унан йәһүди, христиан йә утҡа табыныусы яһай» (әл-Бохари "Сәхих"е, 2-се том, 23-сө китап, 441-се хәҙис).

Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙисенә ярашлы, фитрәткә биш нәмә инә: ир-атҡа сөннәтле булыу, сандырҙа һәм ҡултыҡ аҫтындағы төктәрҙе йолҡоу, тырнаҡ ҡырҡыу һәм мыйыҡты төҙәтеү[1]

Этимологияһы

Был һүҙ ғәрәп телендәге Ф-Т-Р тигән тамырҙан барлыҡҡа килгән. «Фәтер» — уйлап табыу һүҙе лә ошо уҡ тамырҙан барлыҡҡа килгән; башланғыс. «Фитрат» һүҙенә килгәндә, ул булмыш тигәнде аңлата, икенсе төрлө әйткәндә, «фитрат» — «тәбиғи асыл» хәлендә булыу.[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Сунан аль-Фитра. islamnaneve.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2015. Архивировано 7 февраль 2019 года. 2019 йылдың 7 февраль көнөндә архивланған.
  2. Азизолла Махризи. ФИТРА (ВРОЖДЕННОЕ ЕСТЕСТВО ЧЕЛОВЕКА) — «Минбар», 1(5), 2010

Әҙәбиәт

  • Fiṭra / Macdonald D. B. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар