Фокина Людмила Ивановна

Фокина Людмила Ивановна (19312006) — фрезерлаусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Биографияһы

Людмила Ивановна Фокина 1931 йылдың 2 авгусында Задонский утарында (хәҙер — Азов районы Ростов өлкәһе) тыуған. Фабрика-завод уҡыу мәктәбен тамамлаған, унан һуң А.И.Микоян исемендәге Ростов дәүләт аяҡ-кейемдәре аяҡ кейемдәре фабрикаһында эшләй[1].

Ҡырҡ йыл самаһы фабрикала эшләй. Был ваҡыт эсендә Фокина бер нисә һөнәр, шул иҫәптән аяҡ-кейемдәрен фрезерлаусы булып та эшләй. Производство алдынғыһы була, смена нормаларын ике тапҡырға арттырып үтәй, социалистик ярыштар инициаторы була[1].

СССР Юғары Советы Президиумың 1971 йылдың 5 апрелендәге Указы менән «биш йыллыҡ план заданиеларын ваҡытынан алда үтәгәне һәм еңел сәнәғәт туҡымалары, трикотаж, аяҡ-кейемдәре, тегеү әйберҙәре һәм башҡа тауарҙар етештереүҙә ҙур ижади өлөш индергәне өсөн Людмила Ивановна Фокинаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә, Ростов ҡала комитеты һәм өлкә комитеты ағзаһы итеп һайлана, КПСС -тың XXII һәм XXIV съездары делегаты, 10-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты. 1986 йылда Фокина пенсияға сыға.

2006 йылдың 30 ноябрендә вафат була [1], Дондағы Ростовтың Төньяҡ зыяратында ерләнә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Фокина Людмила Ивановна. «Герои страны» сайты.