Халиҡов Валерий Абдулхаҡ улы

Халиҡов Валерий Абдулхаҡ улы (14 июль 1950 йыл) — СССР һәм Рәсәй нейрохирургы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған табибы.

Биографияһы

1950 йылдың 14 июлендә Ишембай ҡалаһында тыуа. 1973 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.

1976 йылға тиклем һәм 1974 йылда «Ишембайнефть» НГДУ-һы медик‑санитар часының Ишембай берләштерелгән дауаханаһында эшләй.

1977 йылдан Днепропетровск медицина учреждениеһында хеҙмәт итә.

1980-81 йылдарҙа тыуған ҡалаһына ҡайтып, Ишембайҙың 1-се поликлиникаһында эшләй.

1983 йылдан Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында хеҙмәт юлын дауам итә, 1997 йылдан БДМУ-ның дипломдан һуң белем биреү институтында эшләй.

2003 йылдан РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Төп клиник хәрби госпиталендә (Мәскәү) — әйҙәүсе, 2013 йылдан баш нейрохирург.

Библиография

200-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

  • Халиков, Валерий Абдулхакович. Обоснование микрохирургической пластики поврежденных периферических нервов с использованием аллостатических трансплантатов : (Экспериментально-клиническое исследование) : автореферат дис. … кандидата медицинских наук : 14.00.28 / АМН СССР. НИИ нейрохирургии им. Н. Н. Бурденко. — Москва, 1990. — 14 с.

Әҙәбиәт

  • Указ Президиума ВС РБ от 11.08.1992 N 6-2/352г «О присвоении почетных званий Республики Башкортостан»