Халыҡ-ара йога көнө

Халыҡ-ара йога көнө — 2015 йылдан башлап йыл һайын 21 июндә билдәләнгән халыҡ-ара байрам. 2014 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан булдырыла. Һиндостан Премьер-министры Нарендра Моди БМО адресына 21 июндә Халыҡ-ара йога көнөн билдәләү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә, сөнки был төньяҡ ярымшарҙа йылдың иң оҙон көнө (йәйге ҡояш торошо көнө) һәм донъяның күп кенә өлөштәрендә айырым әһәмиәткә эйә.

Йога — Һиндостандың боронғо йолаларының ҡиммәтле бүләге. Ул үҙендә йән һәм тән берҙәмлеген; фекерҙәрҙе һәм ғәмәлдәрҙе, шулай уҡ кеше менән тәбиғәт араһындағы гармонияны һәм һаулыҡҡа һәм именлеккә бөтөн ҡарашты кәүҙәләндерә. Һүҙ физик күнегеүҙәр тураһында түгел, ә үҙ-үҙең, донъя һәм тәбиғәт менән берҙәмлек тойғоһон асыу тураһында бара. Әгәр беҙ йәшәү рәүешебеҙҙе үҙгәртәбеҙ һәм яңы аң рәүешен булдырабыҙ икән, был дөйөм именлеккә ярҙам итәсәк. Әйҙәгеҙ Халыҡ-ара йога көнөн билдәләргә ҡарар итәйек[1]

Тарихы

2014 йылдың 12 декабрендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы 21 июнде Халыҡ-ара йога көнө тип иғлан итә. Һиндостан индергән резолюцияны Генераль Ассамблеяла булған бөтә 175 дәүләт хуплай[2].

2015 йылдың 21 июнендә Бөтә донъя йога һөйөүселәр һәм профессионалдар берләшмәһе I Халыҡ-ара Йога Көнөн билдәләй. Мәскәүҙә үҙәк сара Сокольники паркының Фестиваль майҙанында үтә. Мәскәүҙәге Һиндостан Илселегендә Джавахарлала Неру исемендәге Мәҙәни үҙәк сығыш яһай.

2016 йылда II халыҡ-ара йога көнө Горький Паркының Пушкин яры буйында үтә. Мәскәүҙәге Һиндостан Илселеге ҡарамағындағы Джавахарлал Неру исемендәге мәҙәни үҙәк икенсе йыл байрамдың инициаторы булып тора. Шул үк ваҡытта II Халыҡ-ара йога көнөн Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгендә билдәләйҙәр..[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Речь Премьер-министра Индии (на Wayback Machine).
  2. ООН назначила Международный день йоги. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2015. Архивировано 16 сентябрь 2016 года.
  3. Города. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 июнь 2016. Архивировано из оригинала 6 август 2016 года.