Харасов Салауат Фәттәх улы

Харасов Салауат Фәттәх улы (10 май 1961 йыл) — полковник, юрист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2011). Салауат Юлаев ордены (2021) кавалеры. Башҡортостан Республикаһының 6-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018 йылдан)[1][2]

undefined

Биографияһы

Салауат Фәттәх улы Харасов 1961 йылдың 10 майында Тажикстандың Дүшәнбе ҡалаһында тыуа[1]. Урта белем алғандан һуң Новосибирск юғары хәрби-сәйәси дөйөм ғәскәри училищеһына уҡырға инә һәм уны 1982 йылда тамамлай[1][2]. 1992 йылға тиклем хәрби хеҙмәттә була.

1992—1994 йылдарҙа эске органдарҙа эшләй, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юғары мәктәбендә кадрҙар бүлеге инспекторы була. Һуңынан һигеҙ йыл дауамында һалым полицияһы органдарында, Башҡортостан Республикаһы буйынса РФ Һалым полицияһы федераль хеҙмәте идаралығында хеҙмәт итә, секретариат етәксеһе вазифаһында эшләй. Эш менән бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында юриспруденция буйынса уҡый (1997)[1][2]. 2002—2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты аппаратында яғыулыҡ-энергетика комплексы, химия тармағы һәм ер аҫты байлыҡтары менән ҡулланыуҙы үҫтереү бүлегенең баш белгесе.

2003—2009 йылдарҙа БР Хөкүмәте аппаратында, һуңынан бер йыл БР Президенты Хакимиәтендә эшләй.

2009—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе була[3].

2016—2018 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы.

2018 йылдан алып алтынсы һәм етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты. Ике саҡырылышта ла Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе[2]. Парламенттың Регламентын һаҡлау һәм коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек буйынса комиссия ағзаһы[1].

Ғаиләһе

Ике ҡыҙ атаһы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Салауат Юлаев ордены (2021)
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың «Ҡанунилыҡты нығытыуға индергән билдәле өлөш өсөн» почетлы билдәһе (2016)
• Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Рәхмәте (2013)
• «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» (2011)[1][2].

Тема буйынса өҫтәмә