Харинги

Лондондың Харинга бороһы (ингл.  Borough Haringey of London, hærɪŋɡeɪ ) — Лондондың 32 бороһының береһе, тарихи Мидлсекс графлығына ҡарай. Майҙаны — 29,59 км². Халҡы 255 500 кеше (2011 йылға ҡарата), халыҡ тығыҙлығы бер квадрат километрға 8600 кеше тәшкил итә.

Тарих

Район 1965 йылдын 1 апрелендә Хорнси, Вуд-Грин һәм Тоттенем райондарын берләштереүҙән барлыҡҡа килгән[4].

Халыҡ

2011 йылда халыҡтың иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Харринг бороһында халыҡ 255 500 кеше тәшкил итә, шуларҙың 20,3 % — балалар (15 йәшкә тиклем), 69,2 проценты — эшкә яраҡлы йәштәге кешеләр(16 йәштән алып 64 йылдың йәшкә тиклем) һәм 10,5 %- оло йәштәге кеше (64 йәштән олораҡтар). Тоттенемда «Литтл Раша» (ингл.  Little Russia) районы бар, унда, нигеҙҙә, рус иммигранттары йәшәй[5][6].

Этник составы

2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса төп этник төркөмдәр[7]:

60,5 % — аҡ тәнлеләр, шул иҫәптән 34,7%-ы — аҡ британдар, 2,7 проценты — аҡ ирландтар, 0,1 — сәйәхәтсе ирландтар һәм 23,0 % — башҡа аҡ тәнлеләр (гректар һәм грек-киприоттар, поляк, урыҫтар, йәһүдтәр, итальяндар, португалдар, албандар, болғар, американдар);

4,8 % — Көньяҡ Азиянан сыҡҡандар, шул иҫәптән 2,3 % — индустар, 1,7 % — бенгалдар һәм 0,8 % — пакистандар;

1,5 проценты — ҡытайҙар;

3,2 % — башҡа азиаттар (төрөктәр, төрөк-киприоттар, афғандар, курдтар, ливандар, ираҡтар, тай, малайзиялылар);

18,7 % — ҡара тәнле, шул иҫәптән 9,0 % — ҡара африкалылар (сомалийҙар, конголездар, гандар), 7,1 % — ҡара кариблылар (ямайлылар, барбадостар, тринидадтар) һәм 2,6 % — башҡа ҡара тәнлеләр;

0,9 % — ғәрәптәр;

6,5 % — метистар, шул иҫәптән 1,9 % — аҡ тәнлеләр менән ҡатнаш ҡара карибтар, 1,5 % — аҡ тәнлеләр менән ҡатнаш азиаттар, 1,0 % — аҡ тәнлеләр менән ҡатнаш ҡара африкалылар һәм 2,1 % — башҡа метистар;

3,9 % — башҡалар (колумбийҙар, эквадорҙар, боливийҙар, алжирҙар).

Дин

Дин буйынса Харринг бороһы статистика мәғлүмәттәре (2011 йылға ҡарата)[8]:

Дин Харринги



%
Лондон



%
Англия



%
Христианлыҡ 45,0 48,4 59,4
Ислам 14,2 12,4 5,0
Иудаизм 3,1 1,8 0,5
Индуизм 1,8 5,0 1,5
Буддизм 1,1 1,0 0,5
Сикхизм 0,3 1,5 0,8
Башҡа 0,5 0,6 0,4
Динһеҙ 25,2 20,7 24,7
Күрһәтелмәгән 8,9 8,5 7,2

Транспорт

Харринги территорияһы буйынса Лондон метрополитены линияһы һәм Лондон ер өҫтө (надземка) линияһы үтә.

Спорт

Районда [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A2%D0%BE%D1%82%D1%82%D0%B5%D0%BD%D1%85%D1%8D%D0%BC_%D0%A5%D0%BE%D1%82%D1%81%D0%BF%D1%83%D1%80 Тоттенхэм Хотспур] футбол клубы бар, ул Премьер-лигала сығыш яһай.

Иҫкәрмәләр

  1. http://www.ons.gov.uk/peoplepopulationandcommunity/populationandmigration/populationestimates/datasets/populationestimatesforukenglandandwalesscotlandandnorthernireland
  2. Twinnings of Larnaka (ингл.)
  3. https://ons.maps.arcgis.com/home/item.html?id=a79de233ad254a6d9f76298e666abb2b
  4. Haringey (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 март 2014.
  5. Terry Webb. An Edmonton Boy. — Biograph, 2000. — С. 1. — 83 с. — ISBN 1-903981-00-X.
  6. The Little Ghosts of Russia (инг.)
  7. Классификация этнических групп приведена Национальной статистической службой Великобритании (ONS), подробнее см. ONS Population Estimates by Ethnic Group, 2011 (ингл.) (2012).
  8. Neighbourhood Statistics. Religions - 2011 Census - ONS (ингл.). Neighbourhood.statistics.gov.uk. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2012. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

Категориялар