Хеопс пирамидаһы
Хеопс Пирамидаһы (ғәр. هرم هيوس) (Хуфу), Гизаның Бөйөк пирамидаһы — Мысыр пирамидаларының иң ҙуры, Боронғо Мысырҙың архитектура сәнғәте ҡомартҡыһы; беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған «Донъяның ете мөғжизәһе»нең берҙән-бере һәм уларҙың иң боронғоһо: уның йәше яҡынса 4500 йыл тип билдәләнә.
Гиза платоһында Мысырҙың баш ҡалаһы ситендә һәм Нил дельтаһында урынлашҡан; платоның Боронғо батшалыҡтың өс фараоны — төҙөлөшкә заказ биреүселәр тип күҙалланған Хеопс, Хефрен (Хафра) һәм Микерин (Менкаура) — исемен йөрөткән ҙур пирамидаларының иң төньяҡтағыһы. Был пирамидалар Мемфис (Боронғо батшалыҡтың баш ҡалаһы) һәм Гелиополь ҡалаһы ситендә, Ҡаһирәгә нигеҙ һалынғанға тиклем мең йыл элек төҙөлә[3]. Өс мең йылдан ашыу ваҡыт дауамында (Англияла Линкольн соборы төҙөлгәнгә тиклем, 1300 йылдар тирәһе) Бөйөк пирамида Ерҙә иң бейек төҙөлөш булып тора. 1979 йылдан, «Мемфис һәм уның некрополдәре — Гизанан Дахшурға тиклем пирамидалар районы» пирамидалар комплексының башҡа пирамидалары кеүек үк ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы булып тора.
Пирамидаларҙың йәше
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Guinness World Records 2019 (ингл.) — Guinness World Records Limited, 2018. — P. 160. — 256 p. — ISBN 978-1-912286-46-1
- ↑ 1 2 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Каир был основан во время фатимидского завоевания (969 год).
- ↑ Атлас чудес света: выдающиеся архитектурные сооружения всех времен и народов и памятники: Перевод / Авт. текста Р. Бартон и др. — М.: БММ АО, 1995. ISBN 5-88353-003-6
Әҙәбиәт
- Замаровский В. Их величества пирамиды / Пер. со словацкого О. И. Малевича. Послесл. Н. С. Петровского. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1981. — 447 с. — (По следам исчезнувших культур Востока).
- Ионина Н. А. 100 великих чудес света. — М., 1999.