Донъяның ете мөғжизәһе

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫ китәрлек ҡоролмаларҙы асыҡлау идеяһы б. э. тиклем V быуаттан башлап Геродот яҙмаларында осрай. Шунан һуң, тиҫтә йылдар үткәс, грек тарихсылары «Донъя мөғжизәләре йыйылмаһы» тигән китап яҙа, тик беҙҙең көндәргә уның исеме генә килеп еткән, сөнки был хеҙмәт Искәндәриә китапханаһы янғанда юҡҡа сыҡҡан.

Донъя мөғжизәләренең тулы исемлеге Урта быуаттарҙа төҙөлөп бөтә. Унда боронғо донъяның хуш алырлыҡ ете иҫтәлекле ҡоролмаһы индерелә. Уларҙың серен асыу өсөн бөгөнгө көндә археологик тикшеренеүҙәр ойошторола.

Бөтә мөғжизәләр ҙә төҙөүселәре тарафынан дин, сәнғәт, фән, халыҡ араһында таралған мифтарҙың, ышаныуҙарҙың, йолаларҙың сағылышы булараҡ ижад ителгән.

Классик исемлек һәм уның аңлатмаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихсылар был исемлекте Искәндәр Зөлҡәрнәй исеме менән бәйләй[1]

Беҙҙең өсөн гүзәллеге менән таң ҡалдырырлыҡ ғәжәйеп ҡоролмалар тыуҙыра алған боронғо дәүер кешеһе — үҙе бер мөғжизә. Улар тураһында мәғлүмәттәр туплап, беҙгә килтереп еткереүсе тарихсылар ҙа данға лайыҡ. Аттарҙа, дөйәләрҙә генә сәйәхәт итеп булған. Алыҫ аралар күп ваҡытты алған. Сәйәхәттәр хәүефле булған. Шул ауырлыҡтарҙы үтеп, Геродот, Каллимакс кеүек бөйөк кешеләр фәнни тикшеренеүҙәр үткәргән. Күренешен һүрәткә төшөрөп, телдән дә һүрәтләп бик күп фактик мәғлүмәттәр яҙып ҡалдыралар.

Вавилон стеналары

«Донъя мөғжизәләре йыйылмаһы» Искәндәриә китапханаһы менән бергә янһа ла, боронғо цивилизациялар тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, дандары бөгөнгәсә килеп еткән. Әлбиттә, мөғжизә исемлегенә лайыҡлылар бик күп булған: Афина Парфеностың, Эпидаврҙағы Асклепийҙың, Книд Афродитаһының, Мемнондың «йырлаусы» һындары, Персеполдәге Кир һарайы, Афиналағы Акрополь, Искәндәриә китапханаһы һ. б.

Әммә етәүҙе генә мөғжизә итеп күрһәтеүҙең ғилләһе — боронғолар өсөн 7 һанының теүәллекте, камиллыҡты, изгелекте сағылдырыусы төшөнсә булыуынандыр. Күптән түгел, был мөғжизәләрҙе киренән тергеҙеү ниәте менән яныусылыр күбәйҙе.

Хәҙерге донъя мөғжизәләрен асыҡлау буйынса ла эштәр йәйелдерелгән. Унан тыш, ете тәбиғәт ҡомартҡыларын билдәләргә тигән ҡарар ҙа ҡабул ителде.

Боронғо донъяның ете мөғжизәһенә инеүселәр исемлеге:

Мөғжизә Төҙөлгән ваҡыты Урыны Төҙөүселәре Емерелеүе Сәбәбе Ҡоролманың тәғәйеләнеше
Хеопс пирамидаһы Б. э. тиклем 2540 йыл Гиза (Мысыр) Хемион Әлегәсә һаҡланған берҙән-бер мөғжизә фирғәүен Хеопстың табуты өсөн
Семирамиданың аҫылмалы баҡсалары Б. э. тиклем 605 йыл Вавилон (Ираҡ, Месопотамия) Навуходоносор II-нең әмере буйынса Б. э. тиклем I быуатта Һыу баҫҡанда, нигеҙе емерелә һәм ҡоролма ҡолай Батша Навуходоносор II-нең ҡатыны хөрмәтенә эшләнгән
Олимпияла Зевс статуяһы Б. э. тиклем 435 йыл Олимпия (Греция) Фидий V—VI быуаттар V быуатта Константинополдә Ипподромдағы янғында юҡҡа сыға Олимпияла Зевстың статуяһы
Артемида ғибәҙәтханаһы Б. э. тиклем 560 йыл Эфес (Төркиә) Херсифрон ҡорамдың проектын эшләгән һәм төҙөлөш башлаған. Пеоний һәм Деметрий төҙөп бөтөрөп ҡуйғандар Б. э. тиклем 370 йыл .
Б. э. тиклем 356 йыл (Герострат)
йәки Б. э. тиклем 262 йыл (готтар)
янғын. Әлиһә Артемида хөрмәтенә төҙөлгән
  Галикарнас кәшәнәһе Б. э. тиклем 351 йыл Галикарнас (көньяҡ-көнбайыш Төркиә) Пифей 1494 йыл ер тетрәү;

һаҡланғандар : фундаменттары, архитектур фрагменттары;

Лондондағы Британия музейындаМавсолдың һәм уның ҡатыны Артемисияның статуялары, рельефтар, арыҫландарҙың статуялары

карий хаҡимы Мавсолға ҡатыны батшабикә Артемисия тарафынан ҡуйылған ҡәбер ташы
Колосс Родосский Б. э. тиклем 292 һәм 280 йылдар араһында Родос (Греция) Харес Б. э. тиклем 224 (йәки 226) йыл
бронза корпусы б. э. тиклем 654 йылда һүтеп алынған
ер тетрәү скульптор Харес тарафынан Родостың Деметрий Полиоркетты еңеүенә арнап эшләнгән (Б. э. тиклем 304 йылда)
Искәндәриә маяғы Б. э. тиклем III быуат Мысыр искәндәриәһе гректар Птолемейҙар династияһы Б. э. тиклем 303 й. — 1480 й. (1783 йыл торған) ер тетрәү караптарға юл күрһәтеү өсөн

Аҙаҡ ошо исемлеккә төрлө ҡомартҡыларҙы индереү өсөн ынтылыштар була.

I быуат аҙағында рим шағиры Марциал исемлеккә яңы ғына төҙөлгән Колизейҙы индерә.

Аҙаҡ, VI быуатта христиан теологы Григорий Турский Нухтың кәмәһен һәм Соломон ҡорамын өҫтәй.[1]

Русь дәүләтендә донъяның ете мөғжизәһе хаҡында тәүге мәғлүмәттәр Симеон Полоцкий аша билдәле була.

Яңы дәүерҙә европалыларға был турала Фишер фон Эрлахтың (1656—1723) «Һынлы сәнғәт тураһында яҙмалар» тигән китабы сыҡҡандан һуң билдәле була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Перевод с английского С. Г. Загорской, М. А. Калининой, Д. А. Колосовой. 70 чудес зодчества Древнего мира: Как они создавались? = The Seventy Wonders of the Ancient World. The Great Monuments and How They Were Built. — М: Издательство Астрель, 2004. — 304 с. — ISBN 5-271-10388-9.
  2. Һүрәт дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй: ҡулды бер нисек тә алға һуҙып эшләп булмаған. Сөнки был осраҡта статуя тигеҙлек һаҡлай алмаҫ ине. Ысынында ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, Колостың ҡарашын офоҡҡа йүнәлтеп эшләгәндәр. Колостың «иҫән» сағындағы бер генә һүрәте юҡ. Формаһы ла, торған урыны ла билдәһеҙ. Күптәр уны Родос тағы гаванға ингән ерҙә торған тип һанай. Әммә шундай дәү статуя торорлоҡ урын унда юҡ. Ҡала эсендә йәки убаларға яҡыныраҡ ерҙә булыуы дөрөҫөрәктер. Һәйкәлде эшләү дәүерендә, уны уратып тупраҡтан уба күтәрелә тигән иҫтәлектәр ҙә ошо фаразды дөрөҫләй.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ссылка на KML  Донъяның ете мөғжизәһе Google Maps  KMZ (файл меток KMZ для Google Earth)