Херне

Херне (нем. Herne) — Германияла, Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендәге ҡала. Бохум һәм Гельзенкирхен ҡалалары араһында ята.

Халҡы — 169,2 мең кеше (2007 йыл).

Йыл Халыҡ
1995 180 029
2000 175 661
2005 831 171
2010 632 165

Географияһы

Херне Бохум һәм Реклингхаузен араһында Эшер үҙәненең көньяҡ битләүендә, ҡомло һөҙәктә ята. Ҡала тау сәнәғәте һәм индустриаль ландшафттар менән уратып алынған. Ҡала биләмәһенең иң бейек нөктәһе — 130 м, иң түбәне — диңгеҙ кимәленән 33 метр. Ҡаланың иң ҙур оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа 6,3 км, көнбайыштан көнсығышҡа 12,2 км тәшкил итә.

Һыуҙары

Херненың төньяҡ сиге байтаҡ һуҙымында Эмшер тарафынан барлыҡҡа килгән, уның үҙәнендә Рейн-Херне каналы үтә. Херне территорияһы буйлап Эмшерҙың ҡушылдыҡтары аға. Был Бернигер-Бах, Зондигер-Бах, Шторхенграбен, Ландвербах һәм Росбах, Мюленбах, Шмидесбах ҡушылдыҡтары менән Остбах, Дорнебургер-Хюллер һәм Бах-Бах.

Херне менән түбәндәге ҡалалар сиктәш (сәғәт уғы буйынса төньяҡтан башлап): Хертен, Реклингхаузен, һәм Кастроп-Рауксель (бөтәһе лә Реклингхаузен районында), шулай уҡ Бохум һәм Гельзенкирхен (икеһе лә үҙаллы ҡала округтары).

Туғандаш ҡалалар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Вестфалия археологик музей-Липпе

Категориялар