Хэллоуин
Хэллоуин (ингл. Halloween, All Hallows' Eve) — Көнбайыш Европа илдәрендә 31 октябрь кисенән 1 ноябргә ҡарата билдәләнгән байрам. Ғәҙәттә, инглиз телле илдәрҙә үткәрелә, ләкин рәсми байрам тип һаналмай. XX быуат ахырынан башлап американлаштырыу һәм глобалләшеү йоғонтоһо аҫтында бөтә илдәргә тарала башлай (күберәк байрам үҙе түгел, уның атрибутикаһы тарала).
Англосаксон телендә байрам «Hālgena Ǣfen» («Изге кис») тип аталған.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.