Хәкимов Тимур Артур улы
Хәкимов Тимур Артур улы (19 март 1984 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты (2019 йылдан). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре. Академик И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән наградланған. Башҡортостан Республикаһының 5-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013 йылдан)[1].
Биографияһы
Тимур Артур улы Хәкимов 1984 йылдың 19 мартында Башҡорт АССР-ының Күмертау ҡалаһында тыуа. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлай. Техник фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Трубопроводсервис» эксперт-производство үҙәге яуаплылығы сикләнгән ширҡәттә диагностика бүлеге дефектоскописты булып башлай (2006), һуңынан шунда уҡ инженер булып эшләй. 2008—2015 йылдарҙа «ОргНефтеГаз» фәнни-производство берекмәһе яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры, 2015 йылдан Директорҙар советы рәйесе була.
2017 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты. 2018—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты, 2019 йылдан — президенты[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
Тимур Хәкимов ике тиҫтәнән ашыу ғилми хеҙмәт, 6 патент авторы. Бер мәҡәләһе WOS/Scopus халыҡ-ара мәғлүмәттәр базаһы журналында теркәлгән. Һигеҙ мәҡәләһе РФ Мәғариф һәм фән минитсрлығы исемлегенә ярашлы алдынғы рецензияланған журналдарҙа баҫылып сыҡҡан[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
«Деловая Россия» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйестәше, Өфө дәүләт нефть техник университетының Попечителлек советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй нефть компаниялары ассоциацияһы советы рәйесе.
Өфө ҡалаһы ҡала округы советына депутат булып һайлана. 5-7-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1].
Ғаиләһе
Тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләп үҫтерә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Салауат Юлаев ордены (2024)[2]
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2020)[2]
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2022)[2]
• Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының Почёт грамотаһы (2018)[2]
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2022)[2]
• Академик И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (2018)[2]
• Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш (2022), Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт (2020), Һаулыҡ һаҡлау (2022) министрлыҡтарының Почёт грамоталары[2]
• Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (2022), Рәхмәт хаты (2021)[2]
• Башҡортостан Республикаһы Башлығының (2020), Хөкүмәттең (2022) Рәхмәттәре[2][1].