Ишбулдин Хәмиҙулла Әбдрәхим улы

Ишбулдин Хәмиҙулла Әбдрәхим улы (рус. Хамидулла Абдурахимович Ижболдин; 1946 йылдың 23 сентябре[2]) — совет, Рәсәй йырсыһы (драматик тенор), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)[3].

Биографияһы

1946 йылдың 23 сентябрендә Үзбәк ССР-ының Брич-Мулла ауылында тыуған[3]. Һуңыраҡ ғаилә Башҡортостанға ҡайта[4].

1973—1978 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында (хәҙер — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты) «яңғыҙ йыр» һөнәре буйынса уҡый (Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор М. Ғ. Мортазина класы)[5].

1977 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһында стажёр булып эшләй[5]. 1978 йылда, «Салауат Юлаев» диплом спектаклендә төп партияны башҡарғандан һуң, театрҙың солисы итеп алына[4].

1981—1994 йылдарҙа Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театрында (рус.)баш. эшләй[3][5]. 1994 йылда Өфөгә ҡайта[5].

Х. Ә. Ишбулдиндың камера-вокал репертуары киң, төрлө концерт программаларында сығыш яһай[5]. Репертуарына башҡорт, урыҫ, итальян халыҡ йырҙары инә[3][2]. Дирижёрҙар Ф. Мансуров, А. Людмилин, В. Васильев менән хеҙмәттәшлек итә. Опера спектаклдәрендә СССР-ҙың халыҡ артистары Е. Мирошниченко (рус.)баш. һәм З. Соткилава (рус.)баш. менән бергә сығыш яһай[4].

2026 йылға ҡарата Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы сосотавында тора[5].

Ролдәре

Опера театрында башҡарған партиялары араһында:

  • Эрик — «Летучий голландец», Р. Вагнер;
  • Альфред — «Травиата», Дж. Верди;
  • Манрико — «Трубадур», Дж. Верди;
  • Ҡарт Фауст — «Фауст», Ш. Гуно;
  • Хозе — «Кармен», Ж. Бизе;
  • Рудольф — «Богема», Дж. Пуччини;
  • Каварадосси — «Тоска», Дж. Пуччини;
  • Пинкертон — «Чио-Чио-сан», Дж. Пуччини;
  • Ленский, Трике — «Евгений Онегин», П. И. Чайковский;
  • Герман — «Пиковая дама», П. И. Чайковский;
  • Водемон — «Иоланта», П. И. Чайковский;
  • Самозванец — «Борис Годунов», М. П. Мусоргский;
  • Немец офицеры — «Рихард Зорге», Ю. Мейтус;
  • Матрос — «Максимка», Б. Терентьев;
  • Салауат Юлаев — «Салауат Юлаев», З. Исмәғилев (дебют, 1978);
  • Батуч бай — «Аҡмулла», З. Исмәғилев (тәүге башҡарыусы);
  • Юлтый — «Урал илселәре», З. Исмәғилев;
  • Илмырҙа — «Ҡаһым түрә», З. Исмәғилев (тәүге башҡарыусы)[2][3][5][6].
кинолағы роле
  • Волхв — «Садко» (фильм-спектакль), 2023[6].

Гастролдәре

Мәскәүҙә Кремль Съездар һарайы сәхнәһендә һәм Мысырҙың Ҡаһирә опера театрында сығыш яһай. Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (Германия, Кипр, Италия, Португалия, Чехия һ. б.) гастролдәрҙә була. Төрки телле илдәрҙең опера сәнғәте халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша (1999, 2002, 2003, Төркиә, Мерсин ҡалаһы)[2][4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 1 2 3 4 5 Э. А. Ахметшина. Ишбулдин Хәмиҙулла Әбдрәхим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. 1 2 3 4 5 Г. С. Галина. Ишбулдин Хәмиҙулла Әбдрәхим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. 1 2 3 4 5 Мастера искусств Башкортостана: Хамидулла Ижболдин (К 70-летию оперного певца). ИА «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
  5. 1 2 3 4 5 6 7 Хамидулла Ижболдин. Башкирский государственный театр оперы и балета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.
  6. 1 2 Хамидулла Ижболдин. Кино-Театр.Ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июль 2026.