Хәсәнов Зиннәт Хөснулла улы
Биографияһы
Зиннәт Хөснулла улы Хәсәнов 1916 йылдың 16 ноябрендә Татар АССР-ының Сарман районының Иҫке Кәшир ауылында тыуған. Колхозда, Ҡазанда төҙөлөштәрҙә ер ҡаҙыусы булып эшләй. Совет сауҙаһы техникумында тауар белгесе һөнәрен ала.
Ҡыҙыл Армияла кесе командирҙар курсын тамамлап, лейтенант званиеһы алған. Рота менән командалыҡ иткәндә немецтар менән алышта яралана һәм фашистарға әсирлеккә эләгә.
Немец әсирлегендә «Иҙел-Урал» легионына инә һәм уның йәшерен антифашистик ойошмаһына ҡушыла. Йәшерен заданиелар үтәп, легиондың музыкаль капеллаһында йырсы һәм декламатор булараҡ ҡатнаша һәм бер үк ваҡытта легионерҙар араһында листовкалар тарата. Ул Едлинск һәм Берлин йәшерен төркөмдәре араһында бәйләнешсе функцияһын үтәй. Ҡораллы баш күтәреү уңышлы барып сыҡһаа, Зиннәт Хәсәнов өсөнсө батальон командиры булырға тейеш булған.
Башҡа татар патриоттары менән бергә ҡулға алына. Төрмәлә туҡмалыуҙар һәм язалауҙар арҡаһында сәстәре ағара. Курмашев һәм башҡа ун кеше эше буйынса 1944 йылдың 25 авгусында язалап үлтерелә. Башҡа Йәлилселәр менән бергә 1990 йылдың 5 майында реабилитацияланған: СССР Президенты Михаил Сергеевич Горбачёв Указы менән «йәшерен антифашистик төркөмдәге актив патриотик эшмәкәрлеге, күрһәткән сыҙамлылығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» курмашевсылар үлгәндән һуң I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә [1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Служили примером для французских партизан». Казанские ведомости
Һылтанмалар
- Мужество останется в веках Архивная копия от 23 апрель 2010 на Wayback Machine
- Портреты джалильцев