Ямашев Хөсәйен Минһажетдин улы
Биографияһы
Хөсәйен Минһажетдин улы Ямашев 1882 йылдың 6 ғинуарында Ҡазанда тыуған.
Татар телендә сәйәси йөкмәткеле листовкалар, брошюралар яҙыу һәм тәржемә итеп таратыуға ҙур өлөш индерә.
РСДРП-ның Урал һәм Өфө комитеттарының матди ярҙамы менән 1907 йылда Ырымбур ҡалаһында татарса беренсе легаль революцион гәзит нәшер итә. Уның баш мөхәррире — ҡатыны Хәдисә Ямашева була. Гәзитте сығарыу тыйылғас, 1907 йылдың май айында Ҡазанға ҡайта. Унда революцион һәм публицистик эшмәкәрлеген дауам итә.
Хәтер
1971 йылда Татарстанда журналистар өсөн Хөсәйен Ямашев исемендәге премия булдырылған.
Был мәҡәләне яҡшыртыу өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
|
Файл:Arzbash.jpg
Был - кеше тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа, был иҫкәрмәне анығырағы менән алмаштырырға кәрәк.