Церакви (монастырь)
Урынлашыуы
Урта быуат грузин төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Марнеули ҡалаһынан 45 км алыҫлыҡта, Локи һыртының төньяғында, Квемо Картли крайында, Шулавери йылғаһының һул ярында, Церакви ауылынан яҡынса өс километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
Монастырь комплексы XII-XIII быуаттарҙа төҙөлгән. Монастырь комплексына Успение Богородицаһының ҡорамы (XII—XIII быуаттар), манара, Изге Георгий ҡорамы (һуңғы урта быуат), шарап мөгәрәптәре, оборона диуарҙары фрагменттары һ.б. инә. Успение Богородицаһы ҡорамының диуарҙарында XV быуат яҙыуҙары һаҡланған. Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән.
Сығанаҡтар
https://ru.wikipedia.org/wiki/Церакви_(монастырь)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |