Шексна районы

Шексна районы — Рәсәй Федерацияһының Вологда өлкәһенең көньяҡ өлөшөндәге административ-территориаль берәмек (район) һәм муниципаль берәмект(муниципаль район).

Вологда өлкәһе Шексна районының административ үҙәге — ҡала тибындағы Шексна ҡасабаһы.

Географияһы

Вологда өлкәһе Шексна районы территорияһының майҙаны 2,53 мең квадрат километға тиң (район өлкә территорияһының 1,7%-ын тәшкил итә, райондар араһында территорияһының ҙурлығы буйынса 24-се урынды биләй). Шексна районы көнсығышта Вологда өлкәһендәге Волгда районы менән сиктәш, көнбайышта -Череповецкий районы, төньяҡта-Кирилловский районы менән сиктәш.

Райондың төп йылғалары — Шексна һәм Угла йылғалары.

Тарих

Шексна районы РСФСР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы 1965 йылдың 12 ғинуарында барлыҡҡа килтерелгән.

Урбанизация
Район халҡының 60 %-ы ҡала тибындағы ҡасабаларҙа йәшәй.

Административ-муниципаль ҡоролошо

Вологда өлкәһенең 6 декабрь 2004 йыл № 1130-ОЗ законына ярашлы Шексна районының сиктәре билдәләнгән, һуңғы ваҡытта ул бер нисә тапҡыр үҙгәртелгән.

2006 йылдың 1 ғинуарындаа район составында 2 ҡала һәм 15 ауыл биләмәһе ойошторола.

Вологда өлкәһенең 2009 йылдың 8 апрелендәге № 1995-ОЗ законы буйынса[3], Еремеевский, Сиземский һәм Чаромский ауыл биләмәләре берләштереү юлы менән үҙгәртелә, улар административ үҙәге Чаромский ауылында булған Сиземский ауыл биләмәһе тип үҙгәртелә.

Вологда өлкәһенең 2015 йылдың 1 июнендә сыҡҡан № 3671-ОЗ законы буйынса улар берләштереү юлы менән үҙгәртелә[4] һәм уларға түбәндәге ауыл биләмәләре инә:

  • Ершовский, Камешниковский һәм Раменский ауылдары — административ үҙәге Ершово ауылында булған Ершовский ауыл биләмәһе тип үҙгәртелә;
  • Домшинский, Любомировский, Угольский һәм Фоминский ауылдары— административ үҙәге Покровский ауылында торған Угольский ауыл биләмәһе тип үҙгәртелә.

2019 йылда Юроченский ауыл биләмәһе Никольский ауыл биләмәһе составына индерелә[5].

Вологда өлкәһенең 2019 йылдың 11 июнендә сыҡҡан № 4547-се-ОЗ законына ярашлы[6], Чебсарский ҡала биләмәһе 2020 йылдың 1 ғинуарынан ауыл биләмәһе итеп үҙгәртелә.

2020 йылда Шексна районында 375 тораҡ пункттары ике ҡала һәм ете ауыл биләмәһе составында тора.

2020 йылдың июлендә Фомушино ауылы бөтөрөлә[7].

и

Транспорт

Шексна районының өлкә үҙәге менән бәйләнеше А114 федераль әһәмиәтендәге юл буйынса алып барыла.

Район территорияһында Шексна , Чебсара, Шеломо тимер юл станциялары бар.

Мәғариф
Урта мәктәптәр — 8
Төп мәктәптәр — 5
Башланғыс мәктәп — балалар баҡсаһы — 2
Интернатлы учреждениелар — 2
Балалар баҡсаһы — 15

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Шексна районы

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. Закон Вологодской области от 08.04.2009 № 1995-ОЗ «О преобразовании некоторых муниципальных образований Шекснинского муниципального района Вологодской области»
  4. Закон Вологодской области от 01.06.2015 № 3671-ОЗ «О преобразовании некоторых муниципальных образований Шекснинского муниципального района и о внесении изменений в закон области „Об установлении границ Шекснинского муниципального района, границах и статусе муниципальных образований, входящих в его состав“»
  5. Закон Вологодской области от 08 апреля 2019 года № 4525-ОЗ «О преобразовании некоторых муниципальных образований Шекснинского муниципального района и о внесении изменений в закон области "Об установлении границ Шекснинского муниципального района, границах и статусе муниципальных образований, входящих в его состав"». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2020.
  6. Закон Вологодской области от 11 июня 2019 года № 4547-ОЗ О преобразовании муниципального образования Шекснинского муниципального района и о внесении изменений в закон области «Об установлении границ Шекснинского муниципального района, границах и статусе муниципальных образований, входящих в его состав»
  7. Постановление Правительства Вологодской области от 29.06.2020 № 742 «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Бабушкинского, Вытегорского, Шекснинского районов Вологодской области»

Категориялар