Шәймәрҙәнов Эмиль Владислав улы

Шәймәрҙәнов Эмиль Владислав улы (12 февраль 1991 йыл)[1][2] — муниципаль орган хеҙмәткәре. 2024 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының хакимиәт башлығы[2].

Биографияһы

Эмиль Владислав улы Шәймәрҙәнов 1991 йылдың 12 февралендә Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа[2]

Башҡорт дәүләт университетын «Юриспруденция» (2013) специальносы[3][2], «Дәүләт һәм муниципаль идара» йүнәлеше буйынса бакалавриат (2016) тамамлай[3][2].

Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында магистратурала уҡый (2020)[3][2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

2015—2016 йылдарҙа Мәскәү Хөкүмәте Көнсығыш Бирюлево районы управаһының төҙөлөш, мөлкәт-ер мөнәсәбәттәре һәм транспорт бүлегенең әйҙәүсе белгесе булып эшләй. Ярты йыл самаһы Рәсәй Федерацияһы Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының Ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге һәм архитектура департаментының тикшеренеүҙәр, проектлауҙар, төҙөлөш һәм кадрҙар әҙерләү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен эшләү бүлегенең 1-се разрядлы белгесеархитектура һәм типовой проектлау бүлегеәйҙәүсе белгес-эксперты.

2020 йылда бер нисә ай Мәскәү Хөкүмәтенең Мәскәү ҡалаһы төҙөлөшө департаментының Социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡтың социаль проекттар бүлеге начальнигы булып эшләп ала. Һуңынан 2022 йылға тиклем «Төҙөлөштә өлөшсө булараҡ ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау фонды» ППК-һында төбәк үҫеше йүнәлеше етәксеһе була.

2022—2024 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса беренсе урынбаҫары.

2024 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының хакимиәт башлығы[3][2].