Шәйхисламов Рәшит Бәҙретдин улы

Шәйхисламов Рәшит Бәҙретдин улы (5 октябрь 1959 йыл) — ғалим-тарихсы, тарих фәндәре докторы (2007). Профессор. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009), Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре һәм 1-се класлы советнигы. Рафаэль Шәйхисламовтың ҡустыһы.

Биографияһы

Рәшит Бәҙретдин улы 1959 йылдың 5 октябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуа. Урта белем алғандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә һәм уны 1986 йылда тамамлай. Артабан хеҙмәт эшмәкәрлеген Ленинград дәүләт университетында дауам итә һәм унда бер ни тиклем ваҡыт эшләгәндән һуң, ҡабат тыуған университетына ҡайтып, 19911995 йылдарҙа, 1999 йылда ошонда уҡыта. Бер үк ваҡытта Рәсәй Фәедерацияһының Федерация, милләт һәм миграция сәйәсәте эштәре буйынса министрлығының Башҡортостан территориаль органында етәксе урынбаҫары була. 2007 йылда Санкт-Петербургта РФА-ның Тарих институтында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының Рәсәй тарихы, историография һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы уҡытыусыһы.

Ғилми эшмәкәрлеге

Ғилми хеҙмәттәре 18-се быуаттың икенсе яртыһында — 19-сы быуаттың беренсе яртыһында Рәсәйҙә социаль-иҡтисади проблемалар һәм крәҫтиәнлек тарихына арнала. 100-гә яҡын фнни хеҙмәт авторы.

Фәнни хеҙмәттәре

  • Шайхисламов Р. Б. Социально-правовое положение «свободных сельских обывателей» Российской империи до отмены крепостного права (на примере государственных крестьян Южно-Уральского региона) // Евразийский гуманитарный форум. 2013. № 2. С. 14-17.
  • Шайхисламов Р. Б. Социально-правовое и экономическое положение дореформенного крестьянства Южного Урала в исследованиях 1920—1930-х годов // В сборнике: Актуальные проблемы политической и социально-экономической истории Южного Урала в составе Российского государства в XVI—XX вв. Материалы межрегиональной научной конференции. 2013. С. 68-72.
  • Шайхисламов Р. Б. Государственные крестьяне Южного Урала до отмены крепостного права. — Уфа: РИЦ БашГУ, 2013. −120 с. (7 п.л.)* Шайхисламов Р. Б. История крестьянства Южного Урала первой половины XIX века в отечественных исследованиях 1950—1960-х годов //Вестник Башкирского университета. — 2013. — Т. 18. — № 2. -С.575-577.

Һылтанмалар