Шәмәхә астрофизика обсерваторияһы
Насретдин Туси исемендәге Шәмәхә астрофизика обсерваторияһы (ШАО, әзерб. N.Tusi adına Şamaxı́ Astrofízika Rəsədxanası́ ) — Оло Кавказ һыртының көньяҡ-көнсығыш итәгендә 1435 метр бейеклектә, район үҙәге Шәмәхәнән 22 километрҙа һәм Баҡынан 144 километрҙа урынлашҡан, Әзербайжан Милли Фәндәр академияһы Астрофизика секторы базаһында асылған обсерватория. Нигеҙе 1960 йылда һалына. Обсерваторияны ойоштороуға билдәле ғалим Йософ Мәмәдалиев ҙур өлөш индерә.
1981 йылда обсерваторияға урта быуаттар математигы, физигы һәм астрономы Мөхәммәт Насретдин Туси исеме бирелә.
Обсерватория хеҙмәткәрҙәре өсөн Йософ Мәмәдалиев исемендәге (Пиркули) ҡасаба төҙөлә.
2008 йылдың сентябренән капиталь ремонт-төҙөлөш һәм фәнни-техник ҡорамалдарҙы модернизациялау башлана. 2013 йылдың 16 майында Шәмәхә астрофизика обсерваторияһында капиталь ремонт, реконструкция һәм автоматлаштырыу эштәре тамамлана[2].
Телескоптары
Төп ҡорамалы — Германиянан алынған рефлектор, көҙгөһөнөң диаметры — 2 метр, 1966 йылдан бирле файҙаланыла[3] һәм Кавказ аръяғында беренсе ҙур телескоп булып тора[4].
Обсерваторияла йәнә түбәндәгеләр ҡулланыла:
- Горизонталь ҡояш телескобы, Ҡояшатмосфераһына спектр тикшеренеүҙәре үткәреү өсөн тәғәйенләнгән төп көҙгөһөнөң диаметры — 50 см.
- 20/13 сантиметрлы АФР-2 хромосфера-фотосфера стандарт телескобы, Ҡояш хеҙмәте ихтыяждары өсөн ҡулланыла;
- АЗТ-8 рефлекторы, көҙгөһөнөң диаметры 70 см;
- «Карл Цейс» фирмаһының рефлекторы, көҙгөһөнөң диаметры 60 см;
- Мәҡсүтов сисемаһының менискылы телескобы.
Батабат тауында (Нахичеван АР) 2300 м бейеклектә 1971 йылдан Батабат астрофизика обсерваторияһы эшләй. Унда ҙур ҡояш коронографы тора, көҙгөһөнөң диаметры — 53 см, шулай уҡ 70 сантиметрлы Ай-планета телескобы, Цейс-600, ФАС-3А һәм киң мөйөшлө экспедицион астрограф бар.
Баҫмалар
- «Циркуляр ШАО»
ШАО директорҙары
- Солтанов Ғаджибәк Фаражулла оғлы, (1951—1980)
- Гусейнов Октай Хангусейн оғлы, (1980-??)
- Аббасов Алик Рза оғлы, (??-??)
- Исмаилов Зохраб Аббасали оғлы, (??-??)
- Гусейнов Камран Әхмәт оғлы, (??-??)
- Әхмәтов Шмидт Буньяд оғлы, (??-1997)
- Кулиев Әйүб Сәләх оғлы (1997 йылдан).
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 GRID Release 2019-02-17 — 2019-02-17 — 2019. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.7738979
- ↑ Президент Ильхам Алиев: Азербайджан должен стать научным центром региона. Trend.az, 17.05.2013
- ↑ Новости Дня о ШАО (1966 г.)
- ↑ Шемахинская астрофизическая обсерватория (ШАО) 2007 йылдың 14 июнь көнөндә архивланған. Astrolab.ru
Һылтанмалар
На Викискладе есть медиафайлы по теме Шемахинская астрофизическая обсерватория- ШАО в Большой советской энциклопедии
- Официальный сайт Обсерватории
- Шамахинская Астрофизическая Обсерватория им. Н. Туси на сайте НАНА
- ШАО в «Астропедии»(недоступная ссылка)
- Д.Шестопалов, К.Шапиро. Планета учителя Сорина 2008 йылдың 28 апрель көнөндә архивланған.
- Внеземное — информация о космосе. Спутник Ио и вулканическая активность(недоступная ссылка)
- ШАО за 40 лет.
- Из истории обсерватории …
- Оптические телескопы ШАО
- Подписан договор о сотрудничестве с Шамахинской обсерваторией