Шәрипов Адик Нәҡи улы
Биографияһы
Адик Нәҡи улы Шәрипов 1951 йылдың 14 мартында БАССР-ҙың Салауат районы Миәшәгәр ауылында тыуа. Лағыр урта мәктәбен тамамлағандан һуң Күмертау физик тәрбиә педагогия училищеһында уҡый һәм 1970 йылда Лағыр урта мәктәбенә уҡытыусы булып ҡайта.
1976 йылда Ленинград Хәрби физик культура институтын тамамлап, Кемерово һәм Новокузнецк ҡалаларындағы хәрби частарҙа физик әҙерлек һәм спортбүлеге начальнигы булып эшләй.
1991—1992 йылдарҙа Үзбәк ССР-ының Ташкент ҡалаһында эшләй.
1992 йылдан — Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәренең Пермь хәрби команда тыл училищеһында физик әҙерлек һәм спорт кафедраһы начальнигы[2].
1996 йылдан Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Пермь хәрби институтында, өҙөклөктәр менән өлкән уҡытыусы, кафедра начальнигы, доцент, профессор булып эшләй.
2005—2006 йылдарҙа Өфө ҡалаһында Көнсығыш иҡтисад институтында кафедра мөдире, декан урынбаҫары була.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге дәүерендә 35-тән артыҡ спорт мастерын тәрбиәләй.
Ғилми эшмәкәрлеге
Адик Нәҡи улы 56 фәнни хеҙмәт һәм 45 уҡыу әсбабы авторы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Салауат районы Лаҡлы, Нәсибаш ауыл советтары территорияһында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм Еңеү менән ҡайтҡан яугирҙар хөрмәтенә һәйкәлдәр эшләтеү инициаторы.
2004 йылдан Лағыр урта мәктәбендә йыл һайын уҙғарылған «Батырҙар көнө», «Патрулдәр ярышы» спорт байрамдары бағымсыһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Лағыр ауыл советының почетлы гражданы (2021)
• Армия генералы И. К. Яковлев исемендәге премия лауреаты (2015)
• «Рәсәй Федерацияһы юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре» билдәһе (2009)
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2009)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС, 2024. — С. 719—720. — 800 с.