Ыйыҡ (Рәүҙе ҡушылдығы)

Ыйыҡ (рус. Ик) — Рәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһендәге йылға. Рәүҙе йылғаһының һул ҡушылдығы. Оҙонлоғо 13 км, һыу йыйыу майҙаны 76,5 км²[1].

Үрге ағымында Оло Ыйыҡ тип йөрөтөлгән йылға, Шунут тау массивы менән Медяковка һәм Ҡараул тауҙары араһындағы уйпат буйлап башлыса төньяҡҡа, һуңынан төньяҡ-көнсығышҡа табан аға. Байтаҡ ҡушылдыҡтарын, шул иҫәптән Кесе Ыйыҡ ҡушылдыҡтарын, ҡабул итә. Кесе Ыйыҡ ҡойғандан һуң Ыйыҡ тип атала башлай[2]. Дәүләт һыу реестрында Оло Ыйыҡ исеме бөтә йылғаға бирелгән. Рәүҙе йылғаһына тамағынан 43 км алыҫлыҡта, Краснояр ауылынан 2,5 км үрҙәрәк ҡоя[2].

Дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре

Дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәренә ярашлы[1]:

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 «Ик» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  2. 1 2 Лист карты O-40-132 Верхние Серги. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1976 г.

Ҡалып:Ревда от истока до Новомариинского г/у