Эльтон

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Эльтон
Административ-территориаль берәмек Волгоград өлкәһе
Дәүләт
Майҙаны
  • 152 км²
Күлгә ҡойоусы йылғалар Хара (Эльтон күленә ҡойоусы йылға) и Самарода[d]
Рәсем
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 18 метр
Илдәрҙә объекттың бассейны Рәсәй
Вертикаль тәрәнлеге 0,6 метр
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Эльтон[1] — Каспий буйы уйһыулығының төньяғында ятҡан ултырма тоҙо булған тоҙло тымыҡ күл[1]. Ул Волгоград өлкәһе Паллас районының Эльтон ауыл биләмәһе территорияһында урынлашҡан, Ҡаҙағстан сигенән әллә ни алыҫ түгел[2].

Эльтон — өлкәнең иң ҙур һәм Европаның майҙаны буйынса иң ҙур минераль күле (донъялағы үтә минераллашҡан күлдәренең береһе)[3][4]. Күл күсеп йөрөүсе ҡоштарҙың, бигерәк тә көйөлдө һәм торналарҙың көҙгө миграцияһы ваҡытында туҡталыу урыны булараҡ мөһим роль уйнай[5]

Атамаһы, бәлки, монгол телендәге «алтын-нор» — «алтын төп» тигән һүҙҙән алынғандыр[3][6].

Дөйөм тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл Каспий буйы уйһыулығының төньяҡ-көнбайыш сигендә ғәйәт ҙур тоҙ көмбәҙҙәре араһында урынлашҡан.

  • Майҙаны — 152 км²[7]
  • Тәрәнлеге — йәйен 5-7 см; яҙ 1,5 метрға тиклем[3].
  • Диңгеҙ кимәленән 15 метрға түбән.
  • Нигеҙҙә, күл һыуҙы яуған ҡарҙан туплай, уға минералләшкән 7 йылға ҡоя. Төбөндә тоҙ ятҡылығы бар.

Күлдең һыуы — ҡуйы тоҙ иретмәһе (рапа), яҙ ул бер аҙ тоҙһоҙлана төшә. Һыуында минералдар миҡдары 200—500 г/л тәшкил итә, Был Үле диңгеҙ һыуынан 1,5 тапҡырға артығыраҡ. Dunaliella salina ылымыҡтары күл һыуына ҡыҙғылт төҫ бирә. Күл төбө — тоҙ ятҡылығы (башлыса NaCl, KCl) һәм уларҙың аҫтында — минераль көкөрт-водород ләме.

1882 йылға тиклем Эльтонда тоҙ сығарыла, ә 1910 йылда уның ярында «Эльтон» шифаханаһы асыла (1945 йылда ул яңы урынға күсерелә). 2001 йылда күл һәм уның янындағы сиҙәм ер биләмәләре (106 мең 106 га) «Эльтонский» тәбиғәт паркы составына инә.

«Эльтон» шифаханаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1910 йылда күлдә батҡаҡ менән дауаланып булған һәм бальнеологик курорт асыла[8]. 1945 йылдан күлдән көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта, Эльтон ҡасабаһында «Эльтон» шифаханаһы эшләй .

Дауалау саралары: ләм сульфид батҡағы һәм күлдең рапаһы (минераллашҡан тоҙло һыу); Сморогдин хлор-сульфатлы натрийлы шишмәһенең һыуы эсеү өсөн файҙаланыла. Батҡаҡ менән рапаны санаторийҙың батҡаҡ менән дауалау шифаханаһына килтерәләр; көнөнә ике тапҡыр автобус экскурсиялары ойошторола, теләгәндәр ҡаҙылған соҡорҙарҙа «ҡырағай» ванналар ҡабул итә ала. Шулай уҡ, велосипед алып, шифахана тирәһендә ял итеп йөрөргә мөмкин.

Шифаханаһынан 3 км алыҫлыҡта минерал сығанаҡ бар (Сморогдин хлор-сульфатлы натрийлы сығанаҡ), һыуының химик составы буйынса ул киң билдәле «Ессентуки-17» һәм Смирнов (Кавказ Минерал Һыуҙары) һыуҙарына тиң.

Периферик нервы системаһын, хәрәкәт итеү һәм таяныс органдарын, аш һеңдереү, гинекологик һәм башҡа сирҙәрҙәрҙе дауаларға мөмкин.

Транспорт: иң яҡын урынлашҡан Волгоград ҡалаһынан маршрут автобусында 6 сәғәт тирәһе барырға була (оҙайлы туҡталыштар менән), поезд менән Һарытауҙан йәки Әстерхандан да 6 сәғәт тирәһе килергә мөмкин.

Эльтон күле эргәһендә Улаган тауы (тоҙ көмбәҙе) бар, ул диңгеҙ кимәленән 68 м юғарыраҡ.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Космостан Эльтон күле күренеше
Көлдәге тоҙ ванналары

Эльтон күле борон-борондан уҡ, курорт булғанға тиклем үк билдәле була. Иван Грозный заманында, Әстерхан ханлығы яулап алынғандан һуң, бындағы тоҙло күлдәрҙә тоҙ сығарыу башлана. Әстерхан тоҙло күлдәренең даны шул тиклем ҙур була, хатта тоҙ һәм уның сифаты тураһында фантастик уйҙырмалар ҙа барлыҡҡа килә. Императр Елизавета Петровна заманында айырыуса тоҙ сығарыу киң ҡолас ала. Шул йылдарҙа Эльтон күленән Николаев слободаһына һәм Покровка слободаһына юл һалына. Шул юлдар буйлап Рәсәй губерналарына тоҙ ташыла.

1747 йылдың 24 февралендә Хакимлыҡ итеүсе сенат Эльтон күлендә тоҙ сығарыу буйынса комиссарлыҡ булдырыу тураһында указ сығара[9].

1865 йылда дәүләт кимәлендә тоҙ сығарыу туҡтатыла һәм был шөғөл шәхси эшҡыуарҙар ҡулына тапшырыла. Йүнселдәрҙең күптәре Эльтон, Баскунчак күлдәренә ашыҡты. Планһыҙ рәүештә күпләп тоҙ сығарыу ятҡылыҡтың ярлылыныуына килтерә һәм 1880-се йылдар аҙағында унда тоҙ сығарыу туҡтатыла. Яҡынса шул мәлдән алып күлдең курорт тәғәйенләнеше башлана ла инде.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климат ҡырҡа континенталь, ҡоро: йәй эҫе (июлдә уртаса температураһы 25 °C), ҡыш уртаса һалҡын (февралдә уртаса температура −7 °C); яуым-төшөм йылына 300 мм тирәһе; йыл әйләнәһенә ел иҫеп тора.

Эльтон Климат (1981—2010 йылдарҙа нормалары)
Күрһәткестәре Дек. Два. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Окт. Нояб. Тирәсте. Йыл
Уртаса температура, °C -6,9 -7,1 -0,5 10,0 17,1 22,7 25,2 23,6 16,7 8,5 0,3 -5,2 9,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 21 17 17 25 29 36 20 22 23 23 23 22 278
Сығанағы:[10]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Булухта (күл)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Агеенко Ф. Л. Эльтон // Словарь собственных имён русского языка. Ударение. Произношение. Словоизменение. — М.: Мир и Образование; Оникс, 2010. — 880 с. — ISBN 5-94666-588-X, 978-5-94666-588-9.

    Эльтон // Словарь названий гидрографических объектов России и других стран — членов СНГ / под ред. Г. И. Донидзе. — М. : Картгеоцентр — Геодезиздат, 1999. — С. 451. — ISBN 5-86066-017-0.
  2. Данные получены при помощи картографического сервиса на сайте Электронного атласа Волгоградской области.
  3. 3,0 3,1 3,2 А. В. Измайлова. Эльтон. — статья из научно-популярной энциклопедии «Вода России».
  4. Эльтон // Энциклопедия Волгоградской области [Электронная версия] / Адм. Волгогр. обл., Волгогр. гос. ун-т ; гл. ред. О. В. Иншаков. — Волгоград, 2009. nlr.ru. — сайт Российской национальной библиотеки. Дата обращения: 27 ноябрь 2016.
  5. КОТР Европейской России:Озеро Эльтон - ВГ-002. rbcu.ru. — cайт Союза охраны птиц России. Дата обращения: 27 ноябрь 2016.
  6. Экономическая энциклопедия регионов России. Волгоградская область / Глав. редкол. Ф. И. Шамхалов (гл. ред.) и др. Редкол. тома Иншаков О. В. и др. Предисл. Н. К. Максюты. — Волгоград: НПО «Экономика», Волгоградский государственный университет. — ЗАО «Издательство „Экономика“», 2005. — С. 14. — 503 с. — ISBN 5-282-00000-0.
  7. «Эльтон» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  8. Мамонтов Олег. Закладывается фундамент под будущий международный «Эльтон» // Новые деловые вести. — Вып. 20 января 2006 года.
  9. Рәсәй империяһының закондар йыйынтығы. Указ № 24.2 баш 9376(7.3-сө).1747 г. http://nlr.ru/e-res/law_r/search.php
  10. ФГБУ "ВНИИГМИ-МЦД". 2017 йылдың 31 июль көнөндә архивланған. (итал.). meteo.ru. 14 ғинуарҙа әйләнешкә 2019 дата. Метеостанция "Эльтон".