Эм Виктория Вячеславовна

Виктория Вячеславовна Эм (рус. Виктория Вячеславовна Эм; 2001 йылдың 20 ғинуары) — Рәсәй регбисы, ЦСКА командаһы уйынсыһы, проп һәм үҙәк позицияла сығыш яһай[1].

Исем

Хоккейсы карьераһы

Виктория Эм «регби» йүнәлеше буйынса «Көньяҡ Тушино» 103-сө Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Регбиға килгәнгә тиклем баскетбол һәи гандбол менән шөғөлләнгән[2]. ЦСКА өсөн 2019 йылдан сығыш яһай. 2020 йылда регби буйынса Рәсәй Кубогына эйә[3]. 2020 йылдың днекабрендә Рәсәй регби федерацияһы версияһы буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы йәш уйынсыһы призына лайыҡ була[4].

2021 йылдың апрелендә ЦСКА составында регби-7 буйынса Рәсәй чемпионы була, әммә ВВА-ға ҡаршы финал уйынына (еңеү 15:0) эләкмәй[5]: 5-се турҙа ҡатнаша (13-14 март), финал уйында ВВА-ға ҡаршы ынтылыш менән билдәләнә[6].

2019 йылда Польша ҡалаһы Яроцинда үткән Европа чемпионатында 18 йәшкә тиклемге Рәсәй йыйылма командаһы составында бронза призеры була, һәм 9 маташыу индерә (Польшаға һәм Швецияға ҡаршы төркөм этапта 4-шәр маташыу, Чехияға сирек финалда)[7][8]. 2021 йылда Мадридта Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһында регби-7 буйынса ике этаплы турнирында беренсе тапҡыр сығыш яһай (ингл. Madrid Sevens), Польша йыйылма командаһына ҡаршы уйында ынтылышта билдәләнә (еңеү 45:7)[9]. Рәсәй шул турнирҙа ике этапта ла еңеү яулай[10].

Шәхси тормошо

Яратҡан фильмы — «1+1». Яратҡан китабы — Джек Лондондың «Зов предков»[11]. Апаһы Екатерина, шулай уҡ ЦСКА өсөн уйнай һәм үҙе Викторияны регби буйынса тәүге күнекмәләргә саҡыра[12][13].

Иҫкәрмәләр

  1. Чемпионы — ГБУ ДО «Московская академия регби». Московская академия регби. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026.
  2. Юниорская женская сборная по регби-7 готовится в Калининграде к чемпионату Европы. Вести-Калининград(29 августа 2019).Дата обращения: 6 апреля 2021.
  3. Профиль. РК ЦСКА.Дата обращения: 6 апреля 2021.
  4. Юниорская женская сборная по регби-7 готовится в Калининграде к чемпионату Европы. Вести-Калининград (29 август 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2021. Архивировано 5 май 2021 года.
  5. ЦСКА впервые в истории стал чемпионом России по регби-7 среди женских команд. Sportbox. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2021.
  6. Триумф ЦСКА, потеря игрока сборной и переход из американского футбола. Лучшие регбистки России сыграли в Краснодаре. sport24.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2021.
  7. Чемпионат Европы по регби-7 (U18). Сборная России выиграла все матчи группового этапа и вышла в четвертьфинал. Федерация регби России(31 августа 2019).Дата обращения: 6 апреля 2021.
  8. Женская сборная России (U18) по регби-7 – бронзовый призер чемпионата Европы!. Федерация регби России(1 сентября 2019).Дата обращения: 6 апреля 2021.
  9. Женская сборная России по регби-7 на международном турнире в Испании: 3 победы в 3 матчах. sport24.ru (20 февраль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2021.
  10. Женская сборная России стала победителем второй игровой недели Madrid Sevens. Sportbox(28 февраля 2021).Дата обращения: 6 апреля 2021.
  11. Профиль игрока: Виктория Эм. РК ЦСКА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2026.
  12. Виктория Эм: «В регби никогда нельзя сдаваться. И это самое лучшее». Федерация регби России (13 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2021.
  13. ЦСКА УСИЛИЛСЯ КАПИТАНОМ ЖЕНСКОЙ СБОРНОЙ РОССИИ U18. ЦПС (19 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 апрель 2021. 2021 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған.