Эрвин Вурм

Эрвин Вурм (рус. Эрвин Вурм; нем. Erwin Wurm; 1954 йылдың 27 июле, Брукк-ан-дер-Мур[d]) — Австрия рәссамы, фотограф, кинорежиссер, скульптор.

Биографияһы

Эрвин Вурм 1954 йылдың 27 июлендә Австрияның Брук-на-Муре ҡалаһынды тыуған. 19741977 йылдарҙа Грац университетында сәнғәт тарихын, шулай уҡ 19771979 йылдарҙа Зальцбург Һынлы Сәнғәт Колледжында һөнәр (скульптура) һәм сәнғәтте өйрәнә.

1979 1981 йылдарҙа ул Венала ҡулланма сәнғәт Колледжында скульптураны өйрәнеүен дауам итә. 1995 йылда Вурм скульптура профессоры булып Париждағы нәфис сәнғәт Мәктәбенә саҡырыла, 19961997 йылдарҙа — Линц Колледжы саҡырыуы буйынса сәнәғәт һәм нәфис дизайн профессоры вазифаһын башҡара. Рәссам 19931999 йылдарҙа Vienna Secession директорҙар советы ағзаһы була, 1995 йылдан— вице-президент. Эрвин Вурм күп һанлы күргәҙмәләр кураторы була, Вена һәм Нью-Йоркта йәшәй һәм эшләй.

MUMOK Vienna.jpg

1993-1999 йылдарҙа рәссам Vienna Secession директорҙар советы ағзаһы, 1995 йылдан вице — президент була. Эрвин Вурм Күп һанлы күргәҙмәләрҙең кураторы була Венала һәм Нью-Йоркта йәшәй һәм эшләй.

Ижады

  • 1990 йылдарҙа Эрвин Врум «бер минутлыҡ скульптуралар» серияһы ижад итә («Minute One Sculpture»). Был рәссамдың үҙенсәлекле табышы була. Был скульптураларҙа, ысынбарлыҡта ҡыҫҡа ваҡыт арауығында көн иткән һәм фотографияларҙа йәки видеола күргәҙмәгә ҡуйылған, рәссам һәм уның моделдәре көндәлек әйберҙәр менән көтөлмәгән мөнәсәбәттәргә инә. Кеше швабрала йә ултырғыста баланслай, формаһыҙ кейемдә ҡатмарлы һындар ҡабул итә. Кеше һыны скульптураның бер өлөшө була, перформанс һәм скульптура араһындағы сик юйыла.
  • Скульптор булараҡ Эрвин Врум ғәҙәти «матди» объекттар ҙа ижад итә. Уның «өрөп тултырылған» йорттары, бөгөлгән һәм деформацияланған машиналар һәм кеше фигуралары — рәссам күләм һәм материал деконструкцияһы менән шөғөлләнә. Рәссам ижадында йәмғиәтте тәнҡитләүен — (машина һәм йорттар «май менән тултырылған», ер шарын йотоусы кешеләр), антиглобализм буйынса иронияны («бомба эҙләү» серияһы) күҙәтергә мөмкин.
  • 1980 йылдар аҙағында рәссам скульптура булдырыу өсөн ҡулланылған көндәлек кейем әйберҙәре менән эксперименттар үткәрә. Һуңынан Эрвин Вурм «Саң скульптуралары» һәм видеофильмдар ижад итә башлай.

Шәхси күргәҙмәләр

Эрвин Вурмдың шәхси күргәҙмәләре күп ҡалаларҙа үтә, Шул иҫәптән: Towada Art Center, Япония (2025), Albertina Modern, Австрия (2024), Йоркшир скульптуралар Паркы, Бөйөк Британия (2023), Тель-Авив художество музейы, Израиль (2023), Scad Музейы, АҠШ (2023), Сувон художество музейы, корея республикаһы (2022) һ.б.[4].

Иҫкәрмәләр

  1. Erwin Wurm (нидерл.)
  2. Архив изобразительного искусства — 2003.
  3. Museum of Modern Art online collection (ингл.)
  4. Erwin Wurm. koeniggalerie.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2025.