Эрик Һайден
Э́рик А́ртур Ха́йден (рус. Хайден Эрик; ингл. Eric Arthur Heiden; 1958 йылдың 14 июне, Мадисон[d]) — Америка конькиҙа йүгереүсеһе.
Биографияһы
Эрик Артур Хайден 1958 йылдың 14 июнендә АҠШ-тың Винконсин штаты Мэдисон ҡалаһында тыуған[1].
Конькиҙа йүгереү спорты
1976 йылғы Инсбруктағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында дебют сығышы була, бында ун ете йәшендә 1500 һәм 5000 метр дистанцияларында йүгереп 7-се һәм 9-сы урындар ала.
1980 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында 500, 1000, 1500, 5000 һәм 10 000 метр дистанцияларында биш тапҡыр олимпия чемпионы була. Барлыҡ биш дистанцияларҙы бер Олимпия уйындарында еңгән тарихта берҙән-бер конькиҙа йүгереүсе. Бөтә еңеүҙәре олимпия рекордтары менән яулана[2], ә 10 000 метр дистанцияға йүгереү шулай уҡ донъя рекорды булып китә. Классик күпбәйге буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы (1977—1979), спринт күпбәйгеһе буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы (1977—1980), 15 донъя рекордын урынлаштыра.
Конькиҙа йүгереүсе карьераһын 1980 йылғы донъя чемпионатынан һуң тамамлай, аҙаҡ профессиональ рәүештә велоспорт менән шөғөлләнә[2]. 1985 йылда профессионалдар араһында велоспорт буйынса АҠШ чемпионы була[3], «Джиро д’Италия» (1985) һәм «Тур де Франс» (1986) велотурҙарында ҡатнаша.
1980 йылда Эрик Хайден АҠШ-тың олимпия йыйылма командаһы ағзаһы була, әммә сәйәси бойкотлау арҡаһында Мәскәүҙәге Йәйге Олимпиадала ҡатнаша алмай[1].
Ғаиләһе
Атаһы — Джек велосипедист һәм фехтование буйынса донъя экс-чемпионы була. Әсәһе — Нэнси, теннис, йөҙөү, велоспорт менән шөғөлләнә[1]. Һеңлеһе Эрика Бет Хайден (1959 й. т.) шулай уҡ конькиҙа йүгереү һәм велоспорт менән шөғөлләнә, 1980 йылда Лейк-Плэсидалағы Олимпиадала 3000 метр дистанцияһында бронза миҙалын яулай, шулай уҡ конькиҙа йүгереү һәм велоспорт буйынса донъя чемпионы була[2].
Һөҙөмтәләре
| Йыл | Олимпия уйындары | Донъя чемпионаты классик күпбәйге |
Донъя чемпионаты спринт күпбәйгеһе |
Донъя чемпионаты юниорҙар араһында |
|---|---|---|---|---|
| 1976 | 7-сe 1500 м 9-сы 5000 м |
5-се ( |
(6,Ҡалып:Ср-м, | |
| 1977 | ( |
(Ҡалып:Ср-м, |
( | |
| 1978 | ( |
( |
( | |
| 1979 | ( |
( |
||
| 1980 | ( |
(Ҡалып:Ср-м, |
- Классик күпбәйге өсөн йәйә эсендә айырым дистанцияларҙа (500, 5000, 1500, 10000 метрҙар) урвндар күрһәтелгән.
- Спринт күпбәйгеһе өсөн йәйә эсендә айырым дистанцияларҙа (500, 1000, 500, 1000 метрҙар) урындар күрһәтелгән.
- Юниорҙар араһында донъя чемпионаты өсөн йәйә эсендә айырым дистанцияларҙа (500, 3000, 1500, 5000 метрҙар) урвндар күрһәтелгән.
Донъя рекордтары
| Дистанция | Һөҙөмтә | Дата | Урын |
|---|---|---|---|
| 1500 м юниорҙар | 2.02,75 | Ғинуар 18, 1976 | |
| 5000 м юниорҙар | 7.30,23 | Февраль 20, 1977 | |
| 1500 м юниорҙар | 1.59,46 | Февраль 20, 1977 | |
| Сумма юниорҙар | 168.716 | Февраль 19-20, 1977 | |
| 3000 м юниорҙар | 4.16,2 | Февраль 4, 1977 | |
| Күпбәйге юниорҙар |
166.584 | Февраль 4-5, 1977 | |
| 5000 м юниорҙар | 7.23,54 | Февраль 5, 1978 | |
| 3000 м | 4.07,01 | Март 2, 1978 | |
| 1000 м | 1.14,99 | Март 12, 1978 | |
| Күпбәйге | 162.973 | Февраль 11, 1979 | |
| 1000 м | 1.14,99 | Февраль 17, 1979 | |
| 3000 м | 4.06,91 | Март 18, 1979 | |
| 1000 м | 1.13,60 | Январь 13, 1980 | |
| Спринт күпбәйгеһе |
150.250 | Ғинуар 13, 1980 | |
| 1500 м | 1.54,79 | Ғинуар 19, 1980 | |
| 10000 м | 14.28,13 | Февраль 23, 1980 |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 5 золотых медалей на одних зимних Олимпийских играх. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2015. 2015 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 Эрик Хайден - olympteka. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2015.
- ↑ Eric Heiden. Sports-Reference.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 март 2014. 2008 йылдың 29 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Eric Heiden. U.S. Olympic & Paralympic Hall of Fame. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 Eric Heiden. United States Bicycling Hall of Fame. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2026.