Эшпай Андрей Андреевич
Эшпай Андрей Андреевич (рус. Андре́й Андре́евич Эшпа́й; 1956 йылдың 18 апреле, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй кинорежиссеры, сценарист һәм кинопродюсер. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2005)[1].
Биографияһы
Андрей Андреевич Эшпай 1956 йылдың 18 апрелендә Мәскәүҙә композитор Андрей Эшпай ғаиләһендә тыуған.
1975—1976 йылдарҙа Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институтының театр режиссураһы факультетына уҡырға инә (Н. Бухман оҫтаханаһы).
1980 йылда ВГИК-ты тамамлай (режиссер факультеты, Л. Кулиджанов Л. һәм Т. Лиознова оҫтаханаһы). Диплом эше — «Звана» фильмы (1980), ВГИК-та үткән студенттар фестивалендә «Иң яҡшы сценарий өсөн», «Иң яҡшы режиссура өсөн» һәм «Иң яҡшы ир-ат роле өсөн» приздарына лайыҡ була.
Беренсе ҡыҫҡа метражлы кино таҫмаһы — «Когда играли Баха» (1983). Беренсе тулы метражлы кинокартинаһы — «Шут» (1988). «Мыҫҡылланғандар һәм кәмһетелгәндәр» (1990) 1996 йылда Венеция фестивалендә күрһәтелә, фильмда Настасья Кински һәм Никита Михалков ҡатнашалар.
Андрей Эшпайҙың «Цветущий холм среди пустого поля» тигән нәфис фильмы цифрыа камераға төшөрөлгән һәм һуынан кинопленкаға күсерелгән тәүге фильм була. Фильм шулай уҡ Рәсәй кинематография сәнғәте академияһының «Ника» премияһына номинант була. «Дети Арбата» исемле телевизион нәфис фильм (16 серия) Рыбаков Анатолий романы буйынса 2004 йылда төшөрөлә[2] һәм Ялта Халыҡ-ара «Бергә» телекинофорумында Гран-при яулай. «Арбат баллары» шулай уҡ «Алтын бөркөт» һәм «ТЭФИ» конкурстаарында а «Иң яҡшы телесериал» номинацияһында ҡатнаша.
«Многоточие» фильмы бик күп бүләккә лайыҡ була — Локарнола Халыҡ-ара фестиваль, «Алтын бөркөт», «Аропаға тәҙрә», «Мәскәү премьераһы», «Аҡ фил» һәм башҡа конкурстарҙа. «Ваҡиға» («Событие») фильмы 31-се ММКФ-та кино белгестәре һәм кино тәнҡитселәре гильдияһы дипломын ала. 2009 йылда Эшпай «Иван Грозный» (16 серия) телевизион нәфис фильмын төшөрөп бөтә[3], ул Рәсәй каналы күрһәтелә. 2010 йылда «Элизиум» тулы метражлы фильм өҫтөндә эш башлай.
Эшпай шулай уҡ «Урыҫ диңгеҙе», «Горький исемендәге киносудия. 90 йыл. дәүерҙәр», «Ваҡыттар йылғаһы» документаль фильмдар авторы ла булып тора.
2000 йылдан алып әлеге көнгә тиклемВГИК-та режисссерлыҡ конкурстарын алып бара. 2010 йылдан алып Кино мәктәбендә кинорежиссура буйынса мастер-коастар алып бара.
Рәсәй кинематография сәнғәте академияһы академигы[4].
2008 йылда Аандрей Эшпай Светлана Бахминаны азат итеү буйынса асыҡ хатҡа ҡул ҡуя[5].
2017 йылда Андрей Эшпай «Әҙәбиәт һәм кино» XXIII кинофестиваленең жюри ағзаһы була[6].
Фильмографияһы
- 1983 — Когда играли Баха
- 1988 — Шут
- 1991 — Униженные и оскорблённые
- 2001 — Цветущий холм среди пустого поля (режиссёр һәм сценарист)
- 2004 — Дети Арбата (сериал)
- 2006 — Многоточие
- 2008 — Событие
- 2009 — Иван Грозный (сериал)
- 2010 — Элизиум (мистик драма; Киношок кинофестивале еңеүсеһе (2010) «Иң яҡшы оператор эше» номинацияһында, , оператор — Сергей Юриздицкий)
- 2014 — «Куприн. Впотьмах» (сериал)
- 2015 — Взрослые дочери (сериал)
- 2016 — Перформанс[9]
- 2019 — Скажи правду (сериал)
Иҫкәрмләр
- ↑ УКАЗ Президента РФ от 21.12.2005 № 1503 О награждении государственными наградами Российской Федерации.
- ↑ Жанна Васильева. Андрей А. Эшпай: «Сохранить себя сегодня не легче, чем в 30-е». Искусство кино. kinoart.ru (февраль, 2005 г.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2013. Архивировано 17 март 2013 года.
- ↑ Сергей Цыркун. Очень приятно, царь… «Иван Грозный», режиссёр Андрей Эшпай. Искусство кино. kinoart.ru (май, 2009 г.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2013. Архивировано 17 март 2013 года.
- ↑ Российская академия кинематографических искусств. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июнь 2012. Архивировано 6 сентябрь 2014 года. 2014 йылдың 6 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ В защиту Светланы Бахминой. Новая газета (30 октябрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2016. 2020 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Андрей Эшпай - биография и личная жизнь режиссера. Биограф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2025.
- ↑ Трое мужей Ларисы Удовиченко. «Домашний очаг». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2018.
- ↑ Мария Эшпай.
- ↑ Жюри Фестиваля Тарковского возглавит голландский режиссер Йос Стеллинг. Культура (24 май 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2017. 2017 йылдың 20 апрель көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Андрей Эшпай (англ.) на сайте Internet Movie Database