Юань (династия)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Юань
Административ рәүештә бүленә Fuli[d], Q10880981?, Хэнань-Цзянбэйская провинция[d], Gansu[d], Huguang[d], Jiangxi province (Yuan dynasty)[d], Jiangzhe Province[d], Sichuan[d], Shaanxi[d], Shaanxi and Sichuan[d], Манчжурия под властью Юань[d], Монголия под властью Юань[d], Корея под властью Юань[d], Q10882987?, Q17031443? и Мяньчжун[d]
Идара итеү формаһы Абсолют монархия
Рәсми атамаһы монг. ᠳᠠᠢ ᠦᠨ ᠶᠡᠬᠡ ᠮᠣᠩᠭᠣᠯ ᠦᠯᠦᠰ
ҡыт. 大元
Донъя ҡитғаһы Азия
Административ үҙәк Ханбалык[d]
Алыштырған Сун империяһы и Southern Song dynasty[d]
Нигеҙләү датаһы 1271
Алмаштырылған Мин империяһы и Северная Юань[d]
Урынлашыу картаһы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Мин империяһы
Рәсем
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1368

История Китая
Доисторическая эпоха
(8500—2070 до н. э.)
3 властителя 5 императоров
(2852—2070 до н. э.)
Династия Ся (2070—1600 до н. э.)
Династия Шан (1600—1046 до н. э.)
Чжоу (1046—256 до н. э.)
Западная Чжоу
(1046—771 до н. э.)
Восточная Чжоу
(770—255 до н. э.)
Вёсны и Осени
(771—476 до н. э.)
Сражающиеся царства
(403—256 до н. э.)
Империя Цинь (221—206 до н. э.)
(Династия Чу) — смутное время
(209—202 до н. э.)
Хань
(206 до н. э. — 220)
Западная Хань
(206 до н. э. — 9)
Синь: Ван Ман (9—23)
Восточная Хань
(25—220)
Троецарствие (220—280) Вэй (200—266), Шу (221—263), У (222—280)
Цзинь
(265—420)
Западная Цзинь
(265—316)
16 варварских государств (305—439) Восточная Цзинь
(317—420)
Южные и Северные Династии
(420—589)
Династия Суй (581—618)
Династия Тан (618—907)
Ляо
(907—1125)
5 династий и 10 царств
(907—960)
Сун
(960—1279)
Западное Ся
(1038—1227)
Цзинь
(1115—1234)
Династия Юань
(1271—1368)
(1368—1644)
(1644—1912)
Китайская Республика
(1912—1949)
(1915—1916)
Бэйянское правительство
(1912—1928)
Китайская Народная Республика
(1949 — н. в.)
Китайская Республика
(1949 — н. в.)

Юань импе́рияһы (ҡытай йолалары буйынса — дина́стия) (Их Юань улс.PNG монг. Их Юан УлсИх Юан Улс, Бөйөк Юань дәүләте, Dai Ön Yeke Mongghul Ulus.PNG Dai Ön Yeke Mongghul Ulus; ҡыт. ябайл. 元朝, пиньин: Yuáncháoупр.ҡыт. ябайл. 元朝, пиньин: Yuáncháo元朝ҡыт. ябайл. 元朝, пиньин: Yuáncháoпиньиньҡыт. ябайл. 元朝, пиньин: Yuáncháo; вьетн. Nhà Nguyên (Nguyên triều)) — территорияһының төп өлөшө Ҡытай (1271—1368) булған монгол дәүләте. Сыңғыҙхандың ейәне, 1279 йылда Ҡытайҙы яулап алыуҙы тамамлаған монгол ҡағаны Хубилай[1] уға нигеҙ һала. Династия 1361—1368 йылдағы Ҡыҙыл билбаулылар восстанияһы һөҙөмтәһендә юҡҡа сыға. Был династияның рәсми Ҡытай тарихы унан һуң тәхеткә килгән Мин династияһы осоронда яҙыла һәм «Юань ши» атамаһын йөрөтә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бынан алдағы тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1259 йылда бөйөк Мункэ хан вафат булған мәлдә уның ҡустыһы Хубилай Көньяҡ Ҡытайҙа Сун империяһы менән һуғыш хәрәкәттәрен алып бара, ә уларҙың өсөнсө бер туған ҡустыһы Ариг-Буға монгол ерҙәренә (төп йортҡа) идара итә. Монгол Империяһының баш ҡалаһы Ҡараҡоромда булып үткән Ҡоролтай Ариг-Буғаны бөйөк хан тип иғлан итә. Хубилай был хаҡта белгәндән һуң үҙенең Ҡытайҙағы һуғышын туҡтатып тора. Ул, Кайпин ҡалаһындағы (хәҙерге Эске Монголиялағы Шанду) ставкаһында икенсе ҡоролтай йыйып, 1260 йылда бөйөк хан тип иғлан ителә. Тәхетте мираҫ итеп алыуҙа ҡулланылған монгол йолалары буйынса, Хубилай йыйған ҡоролтай законлы түгел, тип иҫәпләнелә, сөнки дәүләттең баш ҡалаһында төпләнеп йәшәгән һәм законлы рәүештә ҡуйылған бөйөк ханы Ариг-Буға бар. Бынан тыш Хубилайҙың кенәздәрҙе үҙ яғына ауҙарыуҙы киң ҡулланыуы беленә.[1][2]

Хубилай Ариг-Буғаны власты законһыҙ рәүештә үҙ ҡулына алған кеше тип иғлан итә һәм, ҡытай йолаһы буйынса, «Чжунтун» идара итеү девизын ҡулланасағы тураһында белдерә. Ул заманда Көньяҡ Ҡытайҙа Сун ҡытай династияһы уға ҡаршылыҡ күрһәтһә лә, Ҡытайҙарҙың боронғо йолаһына ярашлы, Хубилай император титулын ала (хуан-ди). 1261—1264 йылдарҙа ул Ариг-Буғаға ҡаршы һуғыша, аҙаҡ килеп Ариг-Буға еңелә һәм Хубилайға баш һала. Хубилайға ҡаршы торорлоҡ башҡаса көс ҡалмай.

Әммә Джучи улусы һәм Сығатай улусы хакимдары Хубилайҙы бөйөк хан булараҡ танымай. Хубилай һәм баш күтәргән Үгәҙәй улусынан Хайду араһындағы низағ бер нисә тиҫтә йыл дауам итә, хатта XIV быуат башына тиклем дауам итә. Хубилайҙың тағы ла бер ҡустыһы Хулагу, үҙенең ильханлығына идара итһә лә, бөйөк ханға хеҙмәт итәсәге тураһында ант бирә, ләкин ысынбарлыҡта автономиялы дәүләт булдыра, ә 1295 йылда Газан хан тәхеткә ултырғас, Хубилайҙың вариҫы Тэмур уға мисәт ебәрә. Был мисәт Газан ханға дәүләт ҡороу һәм ундағы халыҡҡа идара итеү хоҡуғын тәьмин итә. Хулагуидтар һәм Алтын Урҙа дәүләттәре хакимдары бөйөк хандарҙың иң эре империя ярсыҡтары булыуҙарын таныһа ла, бер ҡасан да был дүрт улус дөйөм бер идараға берләшмәй.

Династияға нигеҙ һалыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хубилай хан унан алдағы ҡытай династияларының бик күп йолаларын ҡабул итеп ала. Бала сағында ул бер нисә ҡытай остазы тәрбиәһендә була. Улар Хубилайға ҡытай тарихын һәм идеологияһын аңлатып ҡына ҡалмай, ә даими рәүештә идара итеү мәсьәләләре буйынса ла кәңәштәрен бирә.

Ариг-Буғаны еңгәндән һуң Хубилай идара эшен үҙ көсөнә ныҡ ышанып башлай. 1264 йылда штабын Цзинь империяһының элекке баш ҡалаһына яҡыныраҡ күсерә. 1266 йылда ул яңы баш ҡаланы төҙөү урынын күрһәтә, әлеге ваҡытта был урында Пекин ҡалаһы урынлашҡан. Цзинь осоронда ҡала Чжунду тип атала, 1272 йылда ҡытайса Даду, моноголдар өсөн Дайду һәм төркиҙәр өсөн Ханбалыҡ булараҡ билдәле була. 1264 йылда уҡ Хубилай Чжунтун (中統) идара итеү девизын Чжиюаньға (至元) әйләндерергә ҡарар итә. Бөтә Ҡытай өҫтөнән хакимлыҡ итергә һәм Күк мандатына дәғүә итергә теләп, 1271 йылда Хубилай бөтә Ҡытайға идара иткән яңы Юань династияһын булдырыуы тураһында иғлан итә. 1272 йылда Даду рәсми рәүештә Юань династияһының баш ҡалаһы тип таныла.

1270-се йылдар башында Хубилай Көньяҡ Ҡытайҙа Сун династияһына ҡаршы сығыш яһай башлай. 1273 йылға Хубилай Янцзыны флоты менән уратып ала һәм уның бай биләмәләрен баҫып алыу өсөн һуңғы ҡаршылыҡ булған Сянъянға баҫым яһауҙы көсәйтә. 1275 йылда Цзя Сыдао командалығындағы 130 000 һалдаты булған армия Юаньдан еңелә. 1276 йылда Көньяҡ Сун территорияһының ҙур ғына өлөшө Юань тарафынан баҫып алына. 1279 йылда юань армияһы ҡытай генералы Чжан командалығында Гуанчжоу янындағы алышта һуңғы ҡаршылыҡты юҡ итә. Был еңеү Көньяҡ Сундың тар-мар ителеүен һәм берҙәм Ҡытай дәүләтенең барлыҡҡа килеүен билдәләй. Юань династиялары һуңғы Таң династияһы заманынан бер нисә йөҙ йыл буйы айырылып торғандан һуң Ҡытайҙы берләштереү өсөн ҡулдарынан килгәндең бөтәһен дә эшләй..

Династияға нигеҙ һалғандан һуң Хубилай хан Юань династияһы ерҙәрен артабан киңәйтеүҙе талап иткән кәңәшселәренең баҫымы аҫтында ҡала, улар, ғәҙәти ҡытай үҙәкләштереү системаһын ҡулланып, буйһондоролған ерҙәрҙә яһаҡ түләү кеүек мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙы талап итә. Бының өсөн күп һанда кеше һәм финанс ресурстары сарыф ителә. Ләкин бындай мөнөсөбөттөр урынлаштырырға тырышыу барып сыҡмай, һәм Японияға (1274 һәм 1281), Вьетнамға (ике тапҡыр, 1280-се йылдарҙа) һәм Яваға (1293) яһалған хәрби экспедияцилар уңышҡа өлгөшмәй. Хубилай Мьянмала марионетка дәүләтен булдыра, был анархияға килтерә һәм был төбәктә бик күп проблемалар тыуҙыра.

Хубилайҙың идара итеү ысулы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙенән алдағы хандарҙан айырмалы рәүештә Хубилай, иртә Ҡытай династиялары учреждениеларын хәтерләткән, буйһоноуында учреждениелары булған хөкүмәт булдыра һәм, был хөкүмәт үҙәкләштереп идара итә алһын өсөн, реформалар үткәрә.

Ҡытайҙа ярлыларға ярҙам. "Бөйөк хан тураһында китап"тан миниатюра (1330 йылдар тирәһе).

Хубилай хан Ҡытай хөкүмәтен үҙәкләштереү юлы менән үҙенең власын нығыта — үҙен абсолют монарх дәрәжәһенә күтәрә (үҙенән алдағы хандарҙан айырмалы рәүештә). Империяһын «провинцияларға» бүлә, улар хәҙерге Ҡытай провинцияларынан ике-өс тапҡырға ҙурыраҡ була, һәм хөкүтәттең провинциялар кимәлендәге был структураһы артабанғы Мин һәм Цин династиялары өсөн өлгө-модель булып хеҙмәт итә. Хубилай хан шулай уҡ башҡа дәүләт һәм иҡтисад институттарында, бигерәк тә һалым системаһында реформалар үткәрә. Ул Ҡытайға ғәҙәти институттар аша идара итергә ынтыла, ләкин Ҡытай закондары үтәлһен өсөн, ул ҡытай кәңәшселәрен һәм чиновниктарын файҙалана. Шул уҡ ваҡытта Хубилай уларға тулыһынса ышанып та бөтмәй. Шуға ҡарамаҫтан, ханьцтар сәйәси эҙәрлекләүгә дусар ителә. Бөтә үҙәк юлдар ҙа тип әйтерлек монголдар ҡулында була. Ғәмәлдә йәмғиәт дүрт синыфҡа бүленә: монголдар, сэму («төрлөләр», мәҫәлән, Үҙәк Азиянан һәм Персиянан (Ирандан) килгән мосолмандар), төньяҡ ҡытайҙар (ханьжэнь), көньяҡ ҡытайҙар (наньжэнь). Хубилай, Бөйөк каналды, юлдарҙы һәм йәмәғәт келәттәрен киңәйтеп, Ҡытайҙың ауыл хужалығын яҡшырта. Марко Поло уның идара итеү ысулын маҡтап яҙа: ауыр осорҙарҙа халыҡты һалымдан азат итә, хәстәханалар һәм балалар йорттары төҙөй, ярлыларға аҙыҡ-түлек тарата.

Ул фәнгә һәм дингә ярҙам итә, Ебәк юлы булап сауҙа итеүҙе хуплай, ә был үҙ сиратында Ҡытай һәм көнбайыш технологиялары араһында бәйләнеш барлыҡҡа килтерә. Шуны ла билдәләп үтеү урынлы булыр: Хубилай хан Марко Поло менән осрашҡанға тиклем Полоның атаһы Нокколо һәм бабаһы Матео менән дә осрашҡан була. Поло менән өүгәмәнән һуң Хубилай латин донъяһына, бигерәк тә христиандар менән ҡыҙыҡһына башлай һәм Рим Папаһына хат тапшыра. Марко Полоның сәйәхәте аҙаҡ бик күптәрҙе, атап әйткәндә, Колумбты Урталағы батшалыҡҡа юл эҙләргә мәжбүр итә.

Юань банкнотаһы, 1287 йыл (уңда) һәм уның мисәт формаһы.

1273 йылда Хубилай әйләнешкә чао (钞) булараҡ билдәле банкноталар индерә. Ҡытайҙа ҡағыҙ аҡсалар Юаньға тиклем дә сығарыла һәм ҡулланылышта була; 960 йылға Сун династияһы, тәңкәләр баҫыу өсөн баҡырға ҡытлыҡ кисереп, дөйөм әйләнештә булған банкноталар баҫтырып сығара. Әммә Сун заманында ҡағыҙ аҡсалар тәңкәләр менән бер рәттән файҙаланыла. Юань династияһы беренселәрҙән булып ҡағыҙ аҡсаларҙы төп әйләнеш сараһы итеп һайлай. Юань династияһында банкноталар ебәк ағасы ҡабығынан алынған ҡағыҙға баҫыла.

Хубилай Монгол империяһының башҡа улустары өҫтөнөн дә юғары власть булдырыуға дәғүә итә, ләкин уны тик Ҡытай ғына ҡыҙыҡһындыра. Хубилай идара итә башлауҙың тәүге йылдарынан уҡ Монгол империяһының ҡалған өс ханлығы ғәмәлдә бойондороҡһоҙ була, тик берүәһе генә Хубилайҙы ҡаған сифатында таный. 1294 йылда Хубилай хан вафат булғанға тиклем үк Монгол империяһы улустары араһында тарҡалыу тәрәнәйә бара, шулай ҙа Юань императорҙары, уларҙың хакимлыҡ итеүе тамамланғанға тиклем Бөйөк хандар булып иҫәпләнелә.

Хубилайҙың вариҫтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юань династияһында власҡа вариҫлыҡ хоҡуғына дәғүә итеү ауырлыҡтарға һәм эске көрәшкә тап була. Был сетерекле хәл Хубилай хакимлыҡ иткән һуңғы йылдарҙан алып күҙәтелә. Тәүҙә Хубилай вариҫы итеп (ҡыт. 皇太子) өлкән улы Чжэнь-цзиня (кит. 真金) иғлан итә, әммә ул Хубилай вафатына тиклем үк 1285 йылда үлә. Шуға күрә Хубилайҙан һуң власҡа Чжэнь-цзиндең улы Тэмур (Олджэйту-хан, 1294—1307) килә. Тэмур империяны Хубилайҙан алған килеш тиәрлек ҡалдыра, уның осоро ниндәйҙер яңылыҡтар йәки ҡаҙаныштар менән билдәләнелмәй. Ул Хубилай башлаған иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙарҙы дауам итә, уның осоронда империя Вьетнамда еңелеүҙәр менән бәйле уңышһыҙлыҡтарҙан арына. Тэмура хакимиәте конфуцианлыҡҡа шарттар тыуҙыра. Тәхеткә ултырғас, Конфуцийҙы хөрмәт итеүҙе күҙҙә тотҡан указ сығарыла. Шул уҡ ваҡытта монгол һарайы вәкилдәре конфуцианлыҡтың ҡайһы бер принциптарын таныуҙан баш тарта. Тэмур шулай уҡ Хубилай тарафынан эҙәрлекләнгән даостарҙы эҙәрлекләүҙән туҡтай, ә 1294 йылда спиртлы эсемлектәр етештереүҙе һәм һатыуҙы тыя. Тэмур хакимиәте нисек кенә булһа ла күберәк һалым йыйырға тырышмай, ул идара иткән осорҙа Юань империяһы тотошо менән бер нисә тапҡыр һалым түләүҙән азат ителә. 1302 йылда һалым ставкаһы индерелә, һәм билдәләнелгән норманан артыҡ һалым йыйыу тыйыла. Әммә Тэмур идара иткән осорҙа дәүләттең финанс хәле мөшкөллөнө, аҡса резервтары аҙая, һөҙөмтәлә ҡағыҙ аҡсаға ышаныс та кәмей.

Тэмур хан вафатынан һуң тәхеткә Хайсан (Кулуг-хан) ултыра. Тэмурҙан айырмалы ул Хубилайҙың эшен дауам итмәй, хатта уны кире ҡаға. Хайсан нигеҙендә аҡса реформаһы ятҡан «Яңы курс» сәйәсәтен ҡуллана. Ҡыҫҡа ғына осорҙа (1307—1311), Юань хөкүмәте, Хайсан ҡабул иткән дөрөҫ булмаған ҡарарҙар һөҙөмтәһендә, финанс ҡытлығына тарый. Ул вафат булған ваҡытта Ҡытай ауыр финанс хәлендә ҡала, һәм династия халыҡтың ризаһыҙлығына тап була.

Юаньдың дүртенсе императоры Аюрбарибада (Буянту-хан) бик мәғлүмәтиле хаким була. Хубилайҙың ысын вариҫы булараҡ, уның эштәрен дауам итә: ҡытай мәҙәниәтенең нигеҙҙәрен таный, бының менән монгол даирәһендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Аюрбарибада конфуциан ғалимы Ли Мэндың шәкерте була. Ул бик күп реформалар үткәрә, шул иҫәптән Дәүләт эштәре идаралығын (ҡыт. 尚书省) яба, һөҙөмтәлә биш юғары чиновник язалана. 1313 йылдан башлап буласаҡ чиновниктар өсөн дәүләт имтихандары ҡайтанан тергеҙелә, имтихандарҙа мөһим тарихи хеҙмәттәрҙе белеү тикшерелә. Бынан тыш Аюрбарибада осоронда күпселек закондарға кодтар ҡуйыла, шулай уҡ бик күп ҡытай китаптары һәм хеҙмәттәре баҫылып сыға һәм тәржемә ителә.

Аюрбарибаданың улы һәм вариҫы Шидэбала (Гэгэн-хан) хөкүмәтте үҙгәртеү буйынса атаһы башлаған эште дауам итә, уға яңы тәғәйенләнгән бөйөк канцлер Байджу ярҙам итә.

Юань династияһының һуңғы осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юань династияһының һуңғы йылдарына болалар һәм халыҡ араһындағы аслыҡ хас. Хубилай хандың вариҫтары ваҡыт үтеү менән Монгол империяһының башҡа улустарына йоғонтоһон юғалта, ә Ҡытай территорияһынан ситтәге монголдар уларҙы ҡытайҙар тип ҡабул итә. Юань императорҙары идара иткән осорҙар интригаларға һәм үҙ-ара тартҡылаш менән тулы була. Улар армиянан һәм ябай халыҡтан алыҫ тора.

Армияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юаньда монголдар айырым ҡыпсаҡ гвардияһына таяна — был элита ғәскәре гражданлыҡ йәмғиәтендә лә, шулай уҡ хәрбиҙәр араһында ла илдәге режимдың чиновниктары сифатында ҡулланыла. Юань хеҙмәтендәге ҡайһы бер ҡыпсаҡтар ҡытай әҙәбиәтселәре булып китә.[3].

Юань династияһы императорҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1271—1368
Портрет Шәхси исеме Монгол
динендәге исеме
Йәшәгән йылдары Идара итеү йылдары Идара итеү девизы Ҡытайса
исеме
YuanEmperorAlbumKhubilaiPortrait.jpg Хубилай Сэцэн-хаган 1215—1294 1271-1294 Чжунтун (1271—1264)
Чжиюань (1264—1294)
Ши-цзу
YuanEmperorAlbumTemurOljeituPortrait.jpg Тэмур Олджэйту-хаган 1265—1307 1294-1307 Юаньчжэнь (1295—1297)
Дадэ (1297—1307)
Чэн-цзун
YuanEmperorAlbumQaishanKulugPortrait.jpg Хайсан Кулуг-хаган 1281—1311 1307-1311 Чжида
(1308—1311)
У-цзун
YuanEmperorAlbumAyurbarvadaBuyantuPortrait.jpg Аюрбарибада Буянту-хаган 1285—1320 1311-1320 Хуанцин
(1311—1320)
Жэнь-цзун
Шидэбала Гэгэн-хаган 1303—1323 1320-1323 Чжичжи
(1320—1323)
Ин-цзун
Есун-Тэмур 1276—1328 1323-1328 Тайдин
(1323—1328)
Тайдин-ди
Раджапика 1320—1328 1328 Тяньшунь
(1328)
Тяньшунь-ди
YuanEmperorAlbumTughTemurPortrait.jpg Туг-Тэмур Джаяту-хаган 1304—1332 1328—1329,
1329-1332
Тяньли
(1329—1332)
Вэнь-цзун
Khutughtu Khan Kusala.jpg Хошила Кутукту-хаган 1300—1329 1329 Чжишунь
(1329)
Ю-чжу
YuanEmperorAlbumIrinchinbalPortrait.jpg Иринджибал 1326—1332 1332 девиз правления отсутствовал Нин-цзун
Yuan Huizong.jpg Тогон-Тэмур Ухагату-хаган 1320—1370 1333—1368 Юаньтун
(1333—1368)
Шунь-ди

Тарихи роле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юань династияһы артабан һуңғы император династиялары, шулай уҡ императорҙарҙан һуңғы Ҡытайҙа ҡулланылған ҡағиҙәләрҙе булдыра: территорияһы буйынса яҡынса хәҙерге Ҡытай Халыҡ Республикаһына тиң, бөгөнгө көнгә тиклем сөйөси әһәмиәтен һаҡлаған баш ҡалаһы булған күп милләтле дәүләт. Династияның атамаһы беренсе тапҡыр ниндәй ҙә булһа боронғо дәүләт территорияһы менән бәйләнмәй, шуға ҡарамаҫтан уға ҡарата «Бөйөк» эпитеты ҡулланыла.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Юань // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  2. Далай Ч. Борьба за великоханский престол при Хубилае и его преемниках // Татаро-монголы в Азии и Европе : Сборник статей. — М.: Наука, 1977. — С. 325.
  3. Peter Golden. «The shaping of the Cuman-Qipçags and their world».

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Далай Ч. Монголия в XIII—XIV веках / Отв. ред. Б. П. Гуревич. — М.: Наука, 1983.
  • Зограф И. Т. Монгольско-китайская интерференция (язык монгольской канцелярии в Китае) / Отв. ред. С. Е. Яхонтов; Институт востоковедения АН СССР. — М.: Наука (ГРВЛ), 1984. — 148 с. — 1 600 экз. (полтава)
  • Россаби М. Золотой век империи монголов = Khubilai Khan: his life and times / Пер. с англ. С. В. Иванова. — СПб.: Евразия, 2009. — 479, [1] с. — (Историческая библиотека). — 1500 экз. — ISBN 978-5-8071-0335-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]