Юл турғайы

Юл турғайы рус. Лапландский подорожник, лат. Calcarius lapponicus) — турғай һымаҡтар ғаиләһендәге ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Турғай ҙурлыҡ. Ерҙән генә йөрөйҙәр, ағастарға ҡунмайҙар. Башлыса юл буйлап сүпләнеп йүгерәләр. Түбәһе, һырты ҡара-көрән. Ҡанаттары нәҙек аҡ юлаҡлы һорғолт көрән. Ҡорһағы, ҡойроғо аҡ, тамағы аҡһыл һары. Аҡһыл ерән түшендә ваҡ. ҡына ҡара таптары бар. Ҡыр турғайынан ҡара ҡауырһындары булмауы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы яңғырауыҡлы: «тик-тик-тик».

Йәшәү рәүеше

Юл буйҙарындағы асыҡ урындарҙа „йөрөй. Башлыса үлән орлоҡтары менән туҡлана. Беҙҙең яҡтарға тик ҡышҡа ғына килә (октябрь айҙарында килеп, февраль аҙаҡтарында төньяҡҡа ҡайталар), һирәк осрай. Беҙҙең яҡта оя ҡормай.

undefined
undefined

Әҙәбиәт

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 394. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.

Иҫкәрмәләр