Юҡҡа сығыу

Юҡҡа сығыу  — биология һәм экологияла билдәле бер биологик төрҙөң йәки тотош таксондың бар вәкилдәренең дә үлеп бөтөүе. Юҡҡа сығыуҙың сәбәптәре тәбиғи ҙә , кеше (антропоген) тәьҫиренән дә булырға мөмкин. Тәбиғәттә биологик төрҙөң ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күпләп ҡырылыу йәғни күпләп юҡҡа сығыу (массовое вымирание) күренеше бар.

Ер тарихында төрҙәрҙең дәһшәтле юҡҡа сығыу тарихы

е

Юҡҡа сығыуҙың сәбәптәре

Әгәр билдәле арауыҡта тыуым үлемде ҡаплай (компенсировать) алмаһа, төр юҡҡа сыға.

Юҡҡа сығыу сәбәптәре:

  • Популяция эсендәге һан (төркөм эсендә генә үрсеү мөмкинлеге булған хайуандар, мәҫәлән,гиҙеүсе күгәрсен)
  • генетик төрлөлөк (гепардтарға янарға мөмкин)
  • ғүмер оҙонлоғо
  • йыртҡыстар
  • Бер үк йәшәү урынында башҡа төрҙәр менән конкуренция
  • паразиттар баҫыуы (ниндәйҙер сир)
  • катастрофалар
  • Әйләнә-тирә мөхиттең үҙгәреүе
  • кеше факторы