Ҡылыҡһырлама
Өйрәк ҙурлыҡ. Оҙон ғына аяҡлы ялан ҡошо. Дөйөм төҫө һарғылт һоро. Түбәһе, күҙҙәре аша үткән һыҙыҡ һәм ҡанаттарының сите ялтыр ҡара. Түшендә ҙур ғына ҡара-көрән тап бар, уның өҫ яғы ерәнһыу көрән. Оҙон ҡаштары, ҡанаттарындағы киң һыҙыҡ, ҡорһағы аҡ. Суҡышы, ҡанаттары ҡара. Тәгәрлектән ҙурлығы, асығыраҡ төҫө, бүрке юҡлығы менән айырыла.
Тауышы
Тауышы өҙөк-өҙөк: «кррәк-кррәк-кррәк».
Йәшәү рәүеше
Татырлауыҡтарҙа, үләне һирәк булған яландарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ояһы ерҙә, ҡылған, бүтәгә төптәрендә була. Ҡара-көрән таплы 4 бөртөк һарғылт аҡ йомртҡа һала.
Һылтанмалар
- Chettusia gregaria: информация на сайте Красной книги МСОП (инг.)
- Кречетка
Әҙәбиәт
- Hayman, Peter; Marchant, John & Prater, Tony (1986): Shorebirds: an identification guide to the waders of the world. Houghton Mifflin, Boston. ISBN 0-395-60237-8