Ялан һары

Ялан һары (лат. Buteo rufinus, урыҫ. Курганник) — һарҙар ырыуы, ҡарсығалар(Accipitridae) ғаиләһенән булған йыртҡыс ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Ҡарғанан ҙурыраҡ. Осҡанда аҡ таплы киң ҡанаттары күҙгә ташлана. Һырты ерәнһыу көрән, ҡорһаҡ яғы һәм түше буй — буй таптар менән сыбарланған һарғылт һоро. Бер аҙ йомағараға оҡшаған. , унан сыбар ҡорһағы, һарғылт төҫө, яланғас аяҡтары менән айырылып тора. Тауышы көслө һәм яңғырауыҡлы: «ҡыйй-ҡыйй-ҡыйй». Яланда ҡоро таҡырҙарҙа йәшәй. Ваҡ хайуандар, кеҫәртке һәм йыландар менән туҡлана. Йылы яҡтарға китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Киң генә таралған. Ояһы ҡая таштарҙа, һирәкләп ағас баштарында була. Ҡара таплы 2—3 бөртөк йомортҡа һала. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып файҙа килтерә.

Таралыуы

Файл:Buteo rufinus distribution map.png
     Йәйге оя ҡороу арауығы      Йыл әйләнәһенә йәшәү ареалы      Ҡышлау ареалы
undefined

Әҙәбиәт