Ялпылдаҡ

Ялпылдаҡ(Малый жаворонок) (лат. Calandrella brachydactyla) — һабан турғайҙары ғаиләһенән бәләкәй генә һайраусы ҡош.

Ҡылыҡһырлама

Турғай ҙурлығында. Парлашып йәки күмәкләшеп ерҙә йөрөйҙәр. Ғәҙәттә, талпынып-талпынып, юғарыға үрләй-үрләй һайрай. Ҡара һәм аҡ таптар менән сыбарланған ерәнһыу көрән һыртлы. Кәүҙәһенең аҫ яғы һарғылт аҡ. Түшенең ике яғында киң генә арҡыры һыҙыҡ бар. Ҡойроҡ ситтәренән аҡ һыҙыҡ үтә. һабан турғайынан бәләкә¬йерәк булыуы һәм түшендәге ике һыҙығы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы тоноҡ ҡына: «тир-ли-тир-ли». һайрауы яңғырауыҡлы: «бит-бит-ти-бит-ти-бит-тит-ири-тит-ти-тии».

Йәшәү рәүеше

Яландарҙа, баҫыуҙарҙа йәшәй. Бөжәктәр, үлән орлоҡтары ме¬нән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ояһы ерҙә була. Ҡара һипкелле 4—5 бөртөк аҡһыл һоро йомортҡаһы була.