Ялтыргүл
Ялтыргүл[1] — Дарыулы йылғаһының урта ағымындағы күл[2][3], йылғаның уң яғынан, Ирәндек һәм Олоғортау һырттары араһында диңгеҙ кимәленән 467,7 м бейеклектә Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил[1] районы Хәлил ауыл Советы территорияһы сиктәрендә ята[4].
Икенсе атамаһы — Яланғаскүл.
Ялтыргүл атамаһы ялтыр һәм күл һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән.
Googlemaps яңы үлсәүҙәр буйынса күл майҙаны 0,301 км² самаһы тәшкил итә[5]. Оҙонлоғо — яҡынса 300 м, киңлеге 200 м.
Тымыҡ (һыуы ағып сыҡмаған) күлдәр иҫәбенә инә. Соҡоро түңәрәк. Туҡланыуы ҡатнаш. Күлдең көнбайыш яры һаҙлыҡлы. Күл тирәләй һирәкләп ҡайын ағасы үҫә. Күл буйында бик ҡыҙыҡлы, ҡатлаулы формалағы таштар күҙ яуын ала. Ял көндәрендә, бигерәк тә йәйгеһен, күл буйына ял итергә, балыҡ ҡармаҡларға төрлө яҡтан халыҡ ағыла.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Словарь топонимов Республики Башкортостан
- ↑ Ялангаскуль (№ 0663293) / Реестр наименований географических объектов на территорию Республики Башкортостан по состоянию на 10.10.2018 // Государственный каталог географических названий. rosreestr.ru.
- ↑ Карта бите N-40-XXIX. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
- ↑ Схема территориального планирования Абзелиловского района Республики Башкортостан. abyalil.ru. Официальный сайт Абзелиловского района Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20161011080308. Архивировано 2019-3-27 года.
- ↑ ГБОУ СГИ - Научная работа Зиянбаева. www.gousgi.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2019. 2019 йылдың 21 март көнөндә архивланған.