Янбаев Марат Салауат улы
Янбаев Марат Салауат улы (рус. Янбаев Марат Салаватович; 10 апрель 1947 йыл) — ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1984 йылдан Учалы районы «Поляковка» совхозы директоры, 1990—1994 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район Советы рәйесе — район хакимиәте башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты]].
Биографияһы
1947 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Туңғатар ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[1].
Юғары белемле — 1968 йылда Силәбе ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1968 йылда Учалы районы «Байрамғол» совхозында инженер-механик булып башлай.
1975—1984 йылдарҙа Учалы район «Сельхозтехника» берекмәһе директоры урынбаҫары, «Байрамғол» сохозының партия комитеты секретары булып эшләй.
1984 йылдан 1990 йылға тиклем — «Поляковка» совхозы директоры.
1990—1994 йылдарҙа — Халыҡ депутаттарының Учалы район Советы рәйесе — район хакимиәте башлығы. 1994 йылда Учалы район хакимиәте бөтөрөлә һәм шул сәбәпле Марат Салауат улы вазифаларынан китә[2].
1990 йылда Марат Салауат улы Янбаев Учалы районы, 264-се Поляковка һайлау округынан [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты]] итеп һайлана.
БАССР Юғары Советының экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса комиссияһы ағзаһы була[3][4].
Ғаиләһе
Өйләнгән, ғаиләлә ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
- ↑ Указ Президента РБ от 08.04.1994 N УП-179 «О Янбаеве М. С.» — 8 апреля 1994 года N УП-179
- ↑ 12 созыв (БАССР)
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 30
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 16.