Яркина Валентина Николаевна
Яркина Валентина Николаевна — (17 июнь 1947 йыл) — элемтә хеҙмәткәре, [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты]] (1991—1995). Милләте — урыҫ.
Биографияһы
Валентина Николаевна Яркина 1947 йылдың 17 июнендә Куйбышев өлкәһенең (хәҙерге Һамар өлкәһе) Комсомольское ауылында тыуған.
1974 йылда Куйбышев элемтә институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1974 йылда Өфө радиоүҙәге инженеры булып башлай.
1989—1991 йылдарҙа предприятиеның профсоюз комитетында һөнәри нигеҙҙә рәйес булып эшләй[1].
1991 йылдан — Өфө радиоүҙәгенең әйҙәүсе инженеры.
1991 йылда Валентина Николаевна Яркинаны Өфө ҡалаһының Октябрьский районы 32-се Комсомол округынан [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты]] итеп һайлайҙар. Ул депутатлыҡ вазифаһын төп эшенән айырылмай башҡара[2].
Ҡарағыҙ
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
- ↑ ПЕРВИЧНАЯ ПРОФСОЮЗНАЯ ОРГАНИЗАЦИЯ УФИМСКОГО РАДИОЦЕНТРА
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 91.
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104