Яҙмыш шаярыуы, йәки Еңел пар менән!
«Яҙмыш шаярыуы, йәки Еңел пар менән!» (рус. «Ирония судьбы, или С легким паром!») — 1975 йылда режиссёр Эльдар Рязанов төшөргән ике сериялы совет телевизион фильмы. Советтар Союзында уның премьераһы 1976 йылдың 1 ғинуарында Үҙәк телевидениеның Беренсе программаһында була"[1].
Тарихы
Фильм — Эмиль Брагинский һәм Эльдар Рязановтың 1969 йылда яҙылған «Еңел пар менән! йәки Бер саҡ Яңы йыл төнөндә…» пьесаһының экранлаштырылған варианты. Фильм төшөрөлгән ваҡытҡа был әҫәр Советтар Союзының бер нисә театрында ҡуйылған була. Һуңыраҡ уны илдең 110 театры сәхнәһендә[2], шулай уҡ сит илдәрҙә ҡуялар.
Эльдар Рязанов һөйләүенсә, пьесаның сюжеты, фильм кеүек үк, реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Ысынлап та, 31 декабрҙә мунсаға киткән, ә иртән икенсе ҡалаға барып эләккән кеше булған. Был тарихтың нисек тамамланғанын Рязанов менән Брагинскийға бөтөнләй белмәй — артабанғы ваҡиғаларҙы улар үҙҙәре уйлап сығара.
1975 йылдың көҙөндә, СССР-ҙағы премьера алдынан, Телевизион фильмдарҙың Бөтә Союз фестивале программаһына ярашлы Яҙмыш шаярыуын беренсе булып Грузия халҡы ҡарай. Тбилисиҙа үткән сарала картина беренсе урынды яулай[3].
Сюжеты
Брежнев дәүерендә ҡалалар төҙөлөшөндәге архитектураһының бер төрлөлеге сюжетта төп урынды биләй. Был хәл юмористик анимация прологында аңлатыла: архитекторҙар сәйәсмәндәргә һәм бюрократияға буйһона (режиссер һәм аниматор Виталий Песков). Һөҙөмтәлә Советтар Союзының һәр ҡалаһында, ҡасабаһында һәм ҡала яны тораҡ пунктында тиерлек бер-береһенә ныҡ оҡшашған, әммә шул уҡ ваҡытта функциональ күп ҡатлы торлаҡ йорттар барлыҡҡа килә[4].
Үҙҙәренең элекке традицияһына ярашлы, бер төркөм дуҫтар Яңы йылды байрам итеү өсөн Мәскәүҙең йәмәғәт мунсаларының береһендә осраша. Төп герой Женя Лукашин үҙенең Галяһына яңы йыл төнөндә тәҡдим яһарға ҡарар иткән була, һәм ошо буласаҡ ваҡиғаны билдәләп, ир-аттар ныҡ ҡына эсә. Ә дуҫтарҙың береһе Павликҡа мунсанан һуң үҙен ҡатыны көткән Ленинградҡа осорға кәрәк. Йыйылғандар уны самолётҡа оҙата.
Дуҫтар аэропортҡа килеп еткәндә, Женя менән Павлик йоҡлаған була. Ә Саша менән Миша кемдең осорға тейешлеген бер ҙә иҫләй алмай. Павлик урынына самолётҡа улар яңылыш Женяны ултырта.
Осҡанда Женя күршеһенең яурынына терәлеп йоҡлап бара. Уныһы, асыуланған булһа ла, Ленинградта күршеһенә самолеттан төшөргә ярҙам итә. Йәш кеше аэропортта ғына уяна, әлбиттә, үҙен Мәскәүҙәмен тип уйлай. Ул сығып таксиға ултыра ла водителгә адресын әйтә.
Баҡтиһәң, Ленинградта ла конструкцияһы буйынса Мәскәүҙә Женя йәшәгән йорт менән тулыһынса бер төрлө булған күп ҡатлы өй һәм шундай уҡ адрес бар икән. Мәскәү кешеһе лифтта «үҙ фатирына» күтәрелә, һәм, ни ғәжәп, асҡыс ишеккә ярай (фильм прологында телгә алынғанса: «стандарт йоҙаҡлы стандарт фатирҙар төҙөү»). Эстә хатта мебель дә Женяның фатирындағы кеүек үк тиерлек, әммә иҫерек йәш кеше ниндәйҙер айырмалыҡтарҙы күрер хәлдә түгел.
Ул арала, Яңы йылды үҙенең кавалеры Ипполит менән ҡаршыларға әҙерләнеп, фатир хужабикәһе Надя Шевелева өйөнә ҡайта. Карауатында йоҡлап ятҡан сит кешене күреп, сикһеҙ аптырашта ҡала. Саҡырылмаған ҡунаҡты сығарып ебәрергә тырышып ҡарай, әммә тегеһе асыулана, сөнки «уның» фатирында сит ҡатын нимә эшләгәнен һәм ни өсөн командирлыҡ итеүен аңлай алмай. Бер-береһенә пропискалы паспорттар күрһәтеп, фильм геройҙары, ниһайәт, хәлде асыҡлай ала. Женя өмөтһөҙлөккә төшә: Мәскәүҙә уны Галяһы көтә. Ә Надяға килгән Ипполит Женя менән Надяның аңлатмаларына ышанырға ла теләмәй. Женя иһә Мәскәүгә китергә сыға, әммә үҙе менән аҡсаһы юҡлығын иҫләп, Надяға кире инә. Ипполитта тағы ла көнсөллөк уты тоҡана, һәм ул фатирҙан сығып китә. Надяның теләге бер генә: тиҙ арала Евгенийҙан ҡотолоу. Әммә иртәгәгә тиклем Мәскәүгә бер рейс та юҡ. Женя үҙ сиратында Мәскәүгә бер нисә тапҡыр шылтыратып, Галяға нимә булғанын аңлатырға тырыша. Әммә ҡыҙ, Ленинград тураһында ишетеп, трубкаһын ташлай. Надя, вокзалға барып, яңы танышына Мәскәү поезына билет алып килә, әммә Женя уны йыртып ырғыта һәм ҡайтыуҙан баш тарта.
Женя менән Надя Яңы йыл төнөн бергә үткәрергә мәжбүр. Башта улар бер-береһенә дошманлыҡ менән ҡарай, әммә яйлап уларҙың мөнәсәбәттәре йомшара, һәм улар бер-береһенә ғашиҡ була башлай. Иртән улар үҙҙәре менән булған бөтә һуңғы хәлдәрҙең яңылышлығын тоя һәм айырылышыуу тураһында ауыр ҡарар ҡабул итә. Егет Мәскәүгә ҡайтып китә. Юлдан һәм йоҡоһоҙ төндән ныҡ арығас, ул шундуҡ йоҡлап китә. Уянғас, Надяны төшөмә керҙе тип уйлап та өлгәрмәй, уны үҙенең янында ултырғанын күрә. Ҡыҙ Мәскәүгә Женя янына килергә ҡарар итә һәм уға ғашиҡ һөйгәнен табыуы ауыр булмай, сөнки уларҙың адрестары ла, ишек асҡысы ла бер төрлө.
Фильмдан кадрҙар
Фильмдың премьераһы
1976 йылдың 1 ғинуарында 18:00 сәғәттә «Беренсе программа» буйынса «Яҙмыш шярыуы, йәки Еңел пар менән!» фильмының премьераһы була. Ул шаҡ ҡатырғыс уңышҡа өлгәшә. Федор Раззаков әйтеүенсә, премьераны 100 миллион кеше ҡарай[5]. Күп һанлы хаттар арҡаһында 1976 йылдың 7 февралендә «Яҙмыш шярыуы, йәки Еңел пар менән!» эфирға икенсе тапҡыр сығарыла. Фильмдың ҡыҫҡартылған варианты кинотеатрҙарҙа ла күрһәтелә, унда ла картина тамашасылар араһында ҙур популярлыҡ яулай: уны 7 миллион самаһы кеше ҡарай[6][7][8].
«Советский экран» журналын уҡыусылар "Яҙмыш шярыуы"н 1976 йылдың иң яҡшы фильмы тип атай, ә иң яҡшы актер итеп Женя Лукашин ролен унаған Андрей Мягковты һайлайҙар[9]. 1977 йылда режиссер Эльдар Рязанов, сценарист Эмиль Брагинский, оператор Владимир Нахабцев, композитор Микаэл Таривердиев һәм фильмдың төп актерҙары Барбара Брыльска Һәм Андрей Мягков СССР-ҙың дәүләт премияһына лайыҡ була[10].
Бүләктәре
• 1976 йыл: «Советский экран» журналы уҡыусылары «Яҙмыш шярыуы…» фильмын йылдың иң яҡшы фильмы тип атай.
• 1976 йыл: Андрей Мягков «Советский экран» журналы һорау алыуҙары буйынса йылдың иң яҡшы актеры тип таныла[11].
• 1977 йыл: Режиссёр Эльдар Рязанов, төп ролдәрҙе башҡарыусы Андрей Мягков һәм Барбара Брыльска, композитор Микаэл Таривердиев, оператор Владимир Нахабцев, сценарий авторы Эмиль Брагинский СССР-ҙың дәүләт премияһы менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Фильм Ирония судьбы, или С лёгким паром!: смотреть онлайн в хорошем качестве, фото, видео - Вокруг ТВ. (ингл.). Вокруг ТВ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2019.
- ↑ Ирония судьбы - главный новогодний фильм СССР и России. Рассказываем историю его создания // Правила жизни : журнал. — 2021. — 31 декабрь.
- ↑ 1 января исполняется 40 лет со дня премьеры комедии «Ирония судьбы, или С легким паром!» ТАСС.
- ↑ Frederick Edwin Ian Hamilton, Kaliopa Dimitrovska Andrews, Nataša Pichler-Milanović. Transformation Of Cities In Central And Eastern Europe. — New York: UN University Press, 2005. — С. 159. — ISBN 9280811053 (pbk.).
- ↑ Почти рождественская История Архивная копия от 25 март 2013 на Wayback Machine. market.umh.ua.
- ↑ 40 лет с «Иронией» - Газета.RU. Газета.RU.
- ↑ YouTube сайтында Ирония судьбы или с легким паром. Рождение легенды - Первый канал
- ↑ Киностальгия «Ирония судьбы, или с лёгким паром», часть 3 - Пятый канал. Пятый канал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2020.
- ↑ Победители конкурса журнала «Советский экран» // akter.kulichki.com. — 1983. — Октябрь.
- ↑ Телефильм «Ирония судьбы, или С легким паром!». Досье - ТАСС. 18 ноябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ История, рассказанная в "Иронии судьбы, или С легким паром!", реальна. в 60-х годах 31 декабря композитор Никита Богословский решил пошутить: пьяного товарища отвезли на вокзал и с 15 копейками в кармане отправили в Киев. Факты и комментарии (10 ғинуар 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 21 август 2009 года.
Әҙәбиәт
- Александра Маянцева; Николай Калашников.: История культового фильма «Ирония судьбы»: Рязанов снимал Москву и Санкт-Петербург в соседних столичных дворах. Комсомольская правда (26 декабрь 2008).
- Лесскис Н. Фильм «Ирония судьбы…»: От ритуалов солидарности к поэтике изменённого сознания // Новое литературное обозрение. — 2005. — № 76. (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2009)
- Рязанов, Э. А. Старики-разбойники. — АСТ; Зебра Е, 2008. — С. 151—232. — 688 с. — ISBN 978-5-17-048780-6. — ISBN 978-5-94663-535-6.
- Наталья Радулова: «Выключить Женю Лукашина».
Һылтанмалар
- «Ирония судьбы, или С лёгким паром!» на сайте «Мосфильма»
- 1 января исполняется 40 лет со дня премьеры комедии «Ирония судьбы, или С лёгким паром!» archive.is (31 декабрь 2015).