Яҙғыйорт (тау, Ишембай районы)

ЯҙғыйортБашҡортостандың Ишембай районының төньяҡ көнсығыш өлөшөндәге тау. Ишембай районының Ҡолғона ауылынан 6,5 км алыҫлыҡта Оло Шешәнәк йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.

Иң бейек нөктәһе— 540,5 м. Битләүҙәре һөҙәк, көнбайыш битләүе текә, йылғаның текә яры булып тора.

Тау тоҡомо ҡомташтар, алевролиттар һәм рифей һәүерташтарынан тора. Көньяҡ битләүендә Һыйырҡотороған (Оло Шешәнәк бассейны) йылғаһы баш ала.

Тау өҫтөндә— һоро урман тупрағында имән ғатнаш йүкә урмандары.

«Яҙғыйорт» атамаһы «яҙғы» һәм «йорт» һүҙҙәренән алынған, тимәк яҙын халыҡ ауылдан ошо ергә йәйләүгә сыға торған булған.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.