Яңы Башҡарҡы
Яңы Башҡарҡы — Рәсәй, Свердловск өлкәһе, Горноуральский ҡала округы ауылы.
Халҡы
| 2010[3] |
|---|
| 95 |
Географияһы
Ауыл Урал тауҙарынан көнсығышта Башҡарҡы йылғаһының ике ярында ята, ауыл һыҙатында йылға ҙур булмаған быуа барлыҡҡа килтергән. Екатеринбургтан, төньяҡта урынлашҡан, Түбәнге Тагилдан 60 км көньяҡ-көнсығышҡа, (юл буйлап 77 км), ҡала округының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә.
Тарихы
Яңы Башҡарҡының атамаһы ошо урындарҙа беренсе булып төпләнгән башҡорт ир-атынан килеп сыҡҡан тип фаразлана. Яңы Башҡарҡы Башҡарҡы ауыл хакимиәтенә ҡарай. Шулай уҡ был биләмәгә Иҫке Башҡарҡы, Мокроусское һәм Сарапулка инә. Барлығы 784 кеше йәшәй был территорияла. Дача ауылы Сарапулкала теркәлгән бер ауыл кешеһе лә юҡ. Экологик яҡтан саф һауалы урын, бик шәп быуаһы һәм иҫ киткес шәп тәбиғәте үҙенә тарта. Екатеринбург ҡалаһы кешеләре бында өйҙәр һәм ер участкалары ала башлаған. Төп ауыл Екатеринбургтан 170 километрҙа Горноуральский ҡала округы составында. Батша замандарында бында дәүләт крәҫтиәндәренең Башҡар улусы булған. Хәҙерге көндәрҙә ул Урал биләмәләрендәге башҡа ауылдар кеүек, 600 кеше тирәһе кеше йәшәгән ғәҙәти ҙур булмаған ауыл. Эргәлә Яңы Башкарка ауылы.
Инфраструктураһы
Ауылда почта һәм фельдшер пункты бар.
Сәнәғәте
«Гидравлика» ЯСЙ-е
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.