Яңы Пристань
Яңы Пристань — Рәсәйҙең хәҙерге Силәбе өлкәһе Һатҡы районы территорияһындағы 1973 йылда бөтөрөлгән ауыл. Межевой эшсе ҡасабаһы һыҙатына ингән.
Географияһы
Силәбе өлкәһенең көнбайышында, Әй йылғаһы буйында, урынлашҡан.
Топонимы
Элекке атамаһы Һатҡы Пристаны
Тарихы
1778 йылда (башҡа мәғлүмәт буйынса 1775 йылда) Әй йылғаһында Һатҡы һәм Ҡуҫа металлургия заводтары пристаны төҙөлгәндә барлыҡҡа килгән. Һатҡы тимер эшкәртеү заводында етештерелгән суйын барка-коломенкаларҙы ағыҙыу өсөн төҙөлгән ауыл һәм инфраструктура объекты[1] — Һатҡы Пристаны. Уның хужаһы — сауҙагәр һәм заводсы Н. Г. Лазарев.
1887 йылда таш күмер һәм тимер мәғдәне яндырыу буйынса һөнәрселек производствоһы эшләй башлай, таш ҡырҡыу оҫтаханалары асыла. Ҡул хеҙмәте продукцияһы (таш плитәләр һәм шымартыу таштары) Рәсәйҙең үҙәк һәм төньяҡ губерналары предприятиеларына, Балтик буйына, Волга буйына һәм Себергә оҙатыла.
1973 йылда Яңы Пристань ҡасабаһы, Ваняшкино, Әй Төркөмө, Парамоновка ауылдары Межевой эшселәр ҡасабаһы составына индерелә.
Иҫтәлекле урындары
2021 йылдың май-октябрендә «Астра» ЦИКИ (тарихи-мәҙәни тикшеренеүҙәре үҙәге) ЯСЙ археологик отряды тарафынан «Яңы Пристань ҡасабаһы яр буйы өлөшөнөң XIX-ХХ быуаттар башындағы мәҙәни ҡатламы» археология ҡомартҡыһы — мәҙәни мираҫ объекты асыҡлана[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Топонимы Саткинского района. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 июнь 2022. Архивировано 30 июнь 2019 года.
- ↑ https://okn.gov74.ru/files/upload/okn/Деятельность/Акт%20историко-культурной%20экспертизы%20Межевой%20подписанный%20(1).pdf