Яһилиәт
Этимологияһы
Мәҙәниәте
Исламға тиклемге ғәрәптәрҙә[1] ҡунаҡсыллыҡ, килешеүгә тоғролоҡ ҙур хөрмәт ҡаҙанған. Исламға тиклемге йәмғиәттең примитив сифаттары араһында түбәндәгеләрҙе билдәләргә мөмкин[1]: ҡон ҡайтарыу; ҡайһы берҙә ата-әсәләре аҫрай алмам тип ҡурҡып, яңы тыуған ҡыҙҙарҙы тереләй күмеп ҡуйған.
Ислам иңгәс, Аллаһы Тәғәлә яңы тыуған сабыйҙарҙы үлтереүҙе тыйған аяттар ебәрә:
Фәҡирлектән ҡурҡып, балаларығыҙҙы үлтермәгеҙ, беҙ уларҙы ла, һеҙҙе лә туйындырабыҙ, ысынлап та, уларҙы үлтереү ҙур гонаһ!"(Сүрә әл-Исра, аят 31).
«Тереләй күмелгәндән уны ниндәй гонаһтары өсөн үлтереүҙәрен һорарҙар» (әт-Тәкүир сүрәһе, 8-9).[2]
Шуның менән тәртипһеҙ тормош, наҙанлыҡ юҡҡа сығарыла. Яһилиәт тар-мар ителә.
Яһил
Яһил (ғәр. جَاهِلٌ — тупаҫ, ҡырағай, наҙан; рус. Джахиль) — яһилиәт осоронда йәшәгән кешеләрҙе атаған термин. Урта быуат ислам дине белгесе Ибн Тәймиә, моғайын, заманының мосолман йәмғиәтендә диндән ситкә китеүселәрҙе һүрәтләү өсөн «яһил» терминын ҡулланған беренсе кеше булғандыр.[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Жизнь Мухаммеда, 1990
- ↑ Джахилия. Жестокость арабов до Ислама (билдәһеҙ). SUNNA.SU (18 июнь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2021. Архивировано 24 июнь 2021 года. 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ ibn Taymiyya: al-Wasaiyyah as-Sughraa in Majmu' al-Fatawa
Әҙәбиәт
- Браницкий А. Г., Корнилов А. А. Религии региона. — Н. Новгород: ННГУ имени Н. И. Лобачевского, 2013. — 305 с. Архивная копия от 28 июль 2014 на Wayback Machine
- Панова В. Ф., Вахтин Ю. Б. Жизнь Мухаммеда. — М.: Политиздат, 1990. — 493 с.
Һылтанмалар
- «Пророк, ниспосланный милостью для всех миров»(недоступная ссылка) — о джахилии на сайте Шамиля Аляутдинова umma.ru
- Вернулись ли мы во времена джахилии?