Ғайсина Зөлфиә Риф ҡыҙы

Зөлфиә Риф ҡыҙы Ғайсина (рус. Гайсина Зульфия Рифовна; 1980 йылдың 3 июне, Баҡал (Силәбе өлкәһе), Силәбе өлкәһе) — Рәсәй дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет рәйесе[1]. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[2].

Биографияһы

Зөлфиә Риф ҡыҙы Ғайсина 1980 йылдың 3 июнендә Силәбе өлкәһенең Баҡал ҡалаһында тыуа. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатын тамамлай[3]. Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында ала.

Хеҙмәт юлын 2002 йылда Мәсетле районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы булып башлай.

2008—2020 йылдарҙа «Советник» юридик фирмаһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт юрисы, «Виктория», «Лазурный» Торлаҡ-төҙөлөш кооперативтары рәйесе, «Йорт» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттәр директоры булып эшләй[2].

Шулай уҡ Ғайсина Зөлфиә Риф ҡыҙы 2018 йылдың 30 авгусынан 2020 йылдың 5 мартына тиклем «Астра» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе була. Компания үҙенең күсемһеҙ милкен һатып алыу һәм һатыу менән шөғөлләнә[4].

2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа үҙ кандидатураһын ҡуя[5].

2023 йылда Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет ағзаһы[6].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

2009 йылдан алып Зөлфиә Риф ҡыҙы Ғайсина Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡ яҡлау эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә. Ул, айырыуса, намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән граждандарҙың (алдаҡсы өлөшсөләрҙең) хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә билдәлелек ала. Был йүнәлеш уның йәмәғәт эшмәкәрлегенең төп өлөшөн тәшкил итә.

Ғайсина граждандарға дәүләт власы органдары менән законлы үҙ-ара эш итеүҙә ярҙам күрһәтеү, мөрәжәғәттәрҙе системалаштырыу һәм актуаль проблемаларҙы күтәреү менән шөғөлләнә. Уның эшмәкәрлеге кешеләрҙең социаль һәм хоҡуҡи мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән.

Шулай уҡ ул республика кимәлендә йәмәғәт-сәйәси тормошта ҡатнаша, хоҡуҡ яҡлау мәсьәләләрен йәмәғәтселек иғтибарына сығара. Кейен ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет эшендә ҡатнаша[7].

Мауығыуҙары һәм ғаиләһе

Сәйәхәт итергә (рус.)баш. ярата. Спорт менән шөғөлләнә. Буш ваҡыттарында китап уҡый[7].

Ғаиләлә ул һәм ҡыҙ әсәһе[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһы башлығының Рәхмәте;
• Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесенең Рәхмәт хаты[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Совет при Главе Республики Башкортостан по правам человека и развитию институтов гражданского общества. Состав совета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2026.
  2. 1 2 3 4 Гайсина Зульфия Рифовна. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2026.
  3. Башкортостан будущего – территория права, закона и справедливости. Стерлитамакский рабочий (19 август 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2026.
  4. Гайсина Зульфия Рифовна. За честный бизнес. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2026.
  5. Жанна Шепелева. Кандидат на должность главы Башкирии Зульфия Гайсина заявила о поступающих угрозах в свой адрес. Версия (22 июнь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2022.
  6. Гайсина Зульфия Рифовна. Депутаты Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2026.
  7. 1 2 Зульфия Гайсина: "Правозащитник - связующее звено между людьми и органами власти". Моложёжная газета (14 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2026.