Ғайсин Усман Барый улы

Усман Барый улы Ғайсин (рус. Гайсин Усман Бариевич; 1954 йылдың 12 ғинуары) — тарихсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор (2005).

Биографияһы

Усман Барый улы Ғайсин 1954 йылдың 12 ғинуарында Төрөкмән ССР-ы Байробан ауылында тыуған. Бала, үҫмер һәм йәшлек йылдары Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Смаҡ ауылында үтә. 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1985—1997 йылдарҙа һәм 2000 йылдан алып Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 2002 йылдан 2016 йылға тиклем — Өфө дәүләт авиация техник университетының тарих һәм культурология кафедраһы мөдире[1].

Ғилми эштәре

Фәнни тикшеренеүҙәре совет дәүләтенең йәштәр сәйәсәтенә, Урал йәштәренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуына арналған. 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].

Хеҙмәте

  • Вклад молодежи Урала в Великой Отечественной войне. — Уфа, 1999[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Гайсин Усман Бариевич. УГАТУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026.
  2. 1 2 12 января исполняется 70 лет доктору исторических наук, профессору ГайсинкУ Усману Бариевичу. Башэнциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026.

Сығанаҡтар